«Аҙна һайын – отош» башлана

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ киләме? Бының өсөн 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Ни өсөнмө? Күптәр көтөп алған «Аҙна һайын – отош» уйыны башлана! Ул матбуғат баҫмаларына яҙылыу бөткәнсе бара. «Башҡорт­остан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы һеҙгә матур-матур бүләктәр ҙә әҙерләгән. Кемдәр беҙҙең «Йәншишмә»гә яҙылыр­ға теләй, …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош» башлана’ »

Яҙыл да бүләк от!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте. “Йәншишмә” гәзитенә яҙылыусылар ҙа “Аҙна һайын – отош!”, “Суперприз от!” конкурстарында ҡатнаша ала. Шарттары ябай: гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, квитанцияғыҙҙың күсермәһен үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә редакцияға ебәрегеҙ.

Иң яҡшы уҡытыусы ҡайҙан?

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе 1991 йылдан алып уҙғарыла. Быйылғыһында 188 педагог көсөн һынаны. Уның барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр, йәш педагогтар араһында ла конкурстар үтте. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» төбәк-ара ярышында Татарстан Республикаһынан, Силәбе өлкәһенән дә милләттәштәребеҙ ҡатнашыуы ҡыуандырҙы.

Үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә

Быйылғы уҡыу йылында республикабыҙҙа Төп дәүләт имтиханын 38 мең туғыҙынсы синыф уҡыу­сыһы тапшырасаҡ. Уны үткәреү тәртибе өс йыл эсендә яйға һалынған. Былтырғынан айырмалы рәүештә, ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә бар. Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһы яҙған кеүек, ту­ғыҙынсылар ҙа беренсе тапҡыр 13 – 16 апрелдә йомғаҡлау әңгәмәһе үтеп ҡараясаҡ. Ул нимәнән ғибәрәтме? Уҡыусыларға дүрт эш төрө тәҡдим …

Continue reading ‘Үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә’ »

Һин нисек уйлайһың?

ЛДПР партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөргә теләп, уны ғәҙәти дәүләт имтихандары менән алыштырыу тураһында закон проекты әҙерләп биргәйне. Был һынау системаһы буйынса бәхәстәр, һөйләшеүҙәр алдағы көндәрҙә лә күп буласаҡ әле. Ә беҙҙең гәзит уҡыу­сылары БДИ хаҡында ни уйлай, ниндәй фекерҙә икән?

Өйрәнгәнең үҙең өсөн

Сибай интернат-гимназияһында 14 синыф, VII – IX синыфтарҙа малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡый. Беҙҙең VIII «Б»ла 22 ҡыҙ, бөтәһе лә матур, уңған, эштәрен еренә еткереп эшләйҙәр, конкурс һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Тәрбиәсебеҙ Зәлиә Вәкил ҡыҙы Вәлиева тәртипкә, әҙәпкә өйрәтә, төрлө фәһемле саралар, осрашыуҙар үткәрә.

Исмаҡайҙан килгән исем

Kаҙмаштың нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бик күп фараздар бар. Минең тыуған ауылымды бейек мөһабәт тау­ҙар уратып алған. Элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәгән һәм йәшәй. Ҡаҙмаш тигән исемдең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән иткем килә.

Лицейҙа бар «Алмаш» клубы

Һөнәр эйәләре араһында үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар ихласлыҡтарын һалып тырышҡандар күп. Шундай уҡытыусылар менән дә йыш ҡына осрашып танышырға тура килә. Улар дәрестәрҙән һуң да уҡыусылары янында: балалар­ҙың белемен тағы ла тәрәнәйтеү өсөн төрлө эштәр менән шөғөлләнә. Республика инженер интернат-лицейының география уҡытыу­сыһы Асия Әхмәтова ла тап шундайҙарҙан. Дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә уның. Географияны бик …

Continue reading ‘Лицейҙа бар «Алмаш» клубы’ »

Ауылымдан юҡтыр матуры

Тыуған ауылым тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Урмандарындағы һылыу ҡайындары, сылтырап аҡҡан Миндәк йылғаһы, Рәҫтәк һәм Ирәмәл тауҙары бик күптәрҙе һоҡландыра, үҙенә йәлеп итә. Миндәк балыҡҡа бай булһа, урманы – еләк-емешкә. Эҫе йәй көндәре малай-шалайҙар балыҡ ҡаптырып ҡыуанһа, ҡыҙ-ҡырҡын еләк-емеш йыйып һөйөнә. Һәр миҙгелдә ауыл һоҡландырғыс. Ҡышҡы бурандарҙа тирә-яҡ аҡ юрғанға төрөнә. Был ваҡытта инде …

Continue reading ‘Ауылымдан юҡтыр матуры’ »