Өсөнсө тур

Бишенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс7, Фһ7, Сс3, Сһ1 (4 фигура), ҡаралар – Кре6, Кg8, пе7 (3 фигура). Был ҡыҙыҡлы миниатюраның авторы – атаҡлы урыҫ шахмат композиторы Леонид Куббель (1909). Сиселеш аҡ филдең алыҫ йөрөшө менән башлана. Ә мат ҡара атты фай­ҙаланып ҡуйыла. Бер генә вариантты күрһәтергә …

Continue reading ‘Өсөнсө тур’ »

Көсөбөҙ самалы ине

Плей-оффҡа саҡ-саҡ эләктек, «Авангард»ты етенсе уйында ғына еңеп, үҙ боҙобоҙҙа «Трактор» менән етенсе осрашыуҙа отолдоҡ. Шулай итеп, тағы ла бурысын үтәй алманы «Салауат Юлаев». Көсөбөҙ самалы ине шул. Сит илдән саҡырылған баш тренер Эркка Вестерлунд та өмөттө аҡламаны. Белгегеҙ килһә, ул «Трактор»ҙың йәш тренеры Әнүәр Ғәтиәтуллиндан еңелде.

Ялдары матур үтә

Салауат районы Лағыр мәктәбе уҡыу­сыһы Нилә Бәширова өсөнсө сиректе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Әле ауылда рәхәтләнеп ял итә. – Каникулда бик күңелле! Күбеһенсә тыштан инмәйбеҙ. Саңғыла йөрөйөм, конькиҙа шыуам. Нил ағайым менән ҡар бәрешеп уйнайбыҙ, сана шыуабыҙ. Бәләкәй саҡтан бик ныҡ дуҫбыҙ. Ул VI синыфта уҡый. Каникул булһа ла, спорт менән бергәләп шөғөлләнәбеҙ. Алты …

Continue reading ‘Ялдары матур үтә’ »

«Дуҫлыҡ» еңде

Мәктәбебеҙҙә «Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә» тип аталған ярыш булды. Уны уҡытыусыбыҙ Гүзәл Әнүәр ҡыҙы Атнағолова һәм физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Абдрахманова ойошторҙо. Ата-әсәләр, I «Г» һәм II «Г» синыфы уҡыусылары ла саҡырыл­ғайны.

Тәүге баҫҡыс алтын асҡыс бит ул!

Ҡалабыҙҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, матур ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, замандан артта ҡалмай уҡытыу-тәрбиә эштәрен алып барыусы белем усағы.

Путин – беҙҙең Президент!

2018 йылғы Президент һайлауҙарын балалар ҙа ҡыҙыҡһынып көтөп алды. «Ә һин һайлауға бараһыңмы, кемде һайлайһың? Мин дә һиңә эйәрәйем әле…» Ошондай һүҙҙәр күп ғаиләләрҙә булғандыр, моғайын. Быйылғы һайлауҙа йәштәрҙең дә әүҙемлеге күренде. Быны улар­ҙың социаль селтәрҙәргә ҡуйған фотоларынан да белеп була ине. Ә 18 йә­шен тултырып, тәүгә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр Баш­ҡортостан­да – барлығы 50 мең …

Continue reading ‘Путин – беҙҙең Президент!’ »

Ғалим булыр әле Рәмис

Егеттәр араһында ла белемгә ынтылыусан, тырыш, маҡсатлы уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – XI синыфтан Рәмис Сәхибгәрәев. Ул Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Директорҙың урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Лилиә Сабит ҡыҙы Шириязданова әйтеүенсә, белем усағында егет – иң әүҙем, алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Үҙҙәрендәге «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» командаһының капитаны. Һәр …

Continue reading ‘Ғалим булыр әле Рәмис’ »

Инвалидтарға уңайлыҡтар булдырыла

Рәсәй мәктәптәренең һәр бишенсеһендә инвалид балаларҙы уҡы­тыр өсөн уңайлы шарттар булдырыл­ған, тип белдерҙе үҙҙәренең киңәйтелгән ултырышында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева. Үткән йылда Рәсәй Федерацияһы­ның 81 төбәгендә 973 белем биреү учреждениеһы инклюзив белем би­реү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған.