Путин – беҙҙең Президент!

2018 йылғы Президент һайлауҙарын балалар ҙа ҡыҙыҡһынып көтөп алды. «Ә һин һайлауға бараһыңмы, кемде һайлайһың? Мин дә һиңә эйәрәйем әле…» Ошондай һүҙҙәр күп ғаиләләрҙә булғандыр, моғайын. Быйылғы һайлауҙа йәштәрҙең дә әүҙемлеге күренде. Быны улар­ҙың социаль селтәрҙәргә ҡуйған фотоларынан да белеп була ине. Ә 18 йә­шен тултырып, тәүгә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр Баш­ҡортостан­да – барлығы 50 мең …

Continue reading ‘Путин – беҙҙең Президент!’ »

Ғалим булыр әле Рәмис

Егеттәр араһында ла белемгә ынтылыусан, тырыш, маҡсатлы уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – XI синыфтан Рәмис Сәхибгәрәев. Ул Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Директорҙың урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Лилиә Сабит ҡыҙы Шириязданова әйтеүенсә, белем усағында егет – иң әүҙем, алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Үҙҙәрендәге «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» командаһының капитаны. Һәр …

Continue reading ‘Ғалим булыр әле Рәмис’ »

Инвалидтарға уңайлыҡтар булдырыла

Рәсәй мәктәптәренең һәр бишенсеһендә инвалид балаларҙы уҡы­тыр өсөн уңайлы шарттар булдырыл­ған, тип белдерҙе үҙҙәренең киңәйтелгән ултырышында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева. Үткән йылда Рәсәй Федерацияһы­ның 81 төбәгендә 973 белем биреү учреждениеһы инклюзив белем би­реү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған.

Мәктәпкә йөрөмәгәндәр күп

ЮНЕСКО-ның Статистик институты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла уҡыусы йәшендәге 263 миллионға яҡын бала мәктәпкә йөрөмәй. Башланғыс синыфтарҙа 63 миллион бала булһа, урта синыфтар­ҙа – 61, өлкән синыфтарҙа – 139 миллион.

Исемдәре лә ҡалай матур!

Исемдәре бигерәк матур, кемдәр ҡушҡан икән? Ниндәй бит әле: Ынйы. Иманлы, инсафлы, кеселекле, һөйкөмлө ҡыҙҙар булыуҙарын теләп, атай-әсәйҙәре ошо исемде һайлағандыр. Есемдәренә лә бик тура килеп тора. Баш ҡаланың 84-се гимназияһында XI синыфта белем алыусы Ынйы Бәҙретдинова менән Ынйы Ямалетдиновалар аҡыл­лылығы, һөйкөмлөлөгө һәм яғымлылығы менән үҙҙәренә тарта. Икеһенә лә әҙәплелек, тырышлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар хас. …

Continue reading ‘Исемдәре лә ҡалай матур!’ »

Музейға барҙыҡ

Ҡыштың һуңғы көнөндә Иҫәнғол ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең «Ҡағыҙҙан моделдәр» түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙы. Уның директоры Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Дүшәнбаева менән ойоштороусы Алёна Азгар ҡыҙы Псәнчина беҙҙе йылы ҡаршыланы.

Йәш армеецтар ҙа бар беҙҙә

Баш ҡалабыҙҙың 93-сө гимназияһын­да «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте. Йәш армеец­тар сафына V – VII синыф уҡыусылары өҫтәлде. Өфө ҡала­ округының йәштәр эштәре буйын­са хакимиәт вәкиле Роман Янгуров, «Йәш армия» штабы начальнигы Ил­нур Ғабдрахманов, Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Сергей Сафронов, Октябрь районы хакимиәтенең мәғариф …

Continue reading ‘Йәш армеецтар ҙа бар беҙҙә’ »

Ура, еңеп ҡайттыҡ!

Шулай ғәҙәти мәктәп тормошо менән йәшәп ятҡанда бер көндө мәктәп директоры беҙгә: «Әйҙәгеҙ, КВН-да тағы ҡатнашып ҡарайыҡ әле», – тип белдермәһенме! Ә ниңә юҡ? Уҙған йылда үткәрелгән уйында Гран-при яулап, республика кимәлендә икенсе урынға лайыҡ булғайныҡ.