Әлдә һин бар донъяла!

«Егәрленең ҡулы етәү», – тиҙәр. Ундай кешеләр арабыҙҙа бар микән? Бөгөнгө донъяла заман кешеһе нәҡ шундай булырға тейештер, тип уйлайым. Был һүҙҙәр тап минең әсәйем тураһында әйтелгән кеүек. Уның белмәгән эше юҡ! Ҡулдары алтын,тәмле итеп ашарға бешерә, тегә, бәйләй, гөл-сәскәләр үҫтерә, йыуа-йыйыштыра, балаларына ла иғтибарлы. Әсәйем Римма Мортаза ҡыҙы Бөрйән районы Тимер ауылында күп балалы …

Continue reading ‘Әлдә һин бар донъяла!’ »

Беҙҙең өйҙөң ҡояшы

Әсә… Ниндәй яғымлы, изге һүҙ. Уларҙан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ донъяла. Әсәйемдең исеме – Зилә. Үҙе матур итеп йырлай, уңған, аҡыллы, төрлө ҡул эштәренә оҫта. Мине лә бөтә нәмәгә өйрәтеп үҫтерә. Ул – беҙҙең өйҙөң ҡояшы, йылы усағы. Унһыҙ донъя­ны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Бөтәһе лә бәләкәйҙән башлана

Халҡыбыҙҙа элек-электән ҡул эшенә оҫталар күп булған. Яһаған әйберҙәре менән йорт эсен биҙәгәндәр. Өй матур, байрам кәйефе төҫө алған. Ошоларҙы хәтерҙә тотоп, бер көн хеҙмәт дәресендә әсәйҙәребеҙ менән кис ултырып, ижади эш башҡарырға ҡушылды. Беҙ мендәр тегергә булдыҡ. Өләсәйҙәребеҙ кеүек, эшебеҙҙе бөтә күңелебеҙҙе һалып башҡарырға тырыштыҡ. Һәйбәт кенә килеп сыҡты. Унан инде бишенсе синыф ҡыҙҙарының …

Continue reading ‘Бөтәһе лә бәләкәйҙән башлана’ »

«Башҡорт телен яратып өйрәнәм», – ти Илина Бобенко

Октябрьскийҙағы 9-сы мәктәптә Илина Бобенко исемле был ҡыҙҙы белмәгән һәм ихтирам итмәгән бер кем дә юҡтыр. Сөнки үҙенең ҡаҙаныштары менән ошо белем йортоноң абруйын һәм данын арттырған уҡыусы ул. Ағымдағы йылда республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булыуы шул хаҡта һөйләй. Һәләтле ҡыҙ яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Өфө­лә үткәрелгән республика, төбәк-ара олимпиадаһында ҙур уңыш­ҡа өлгәшкән. …

Continue reading ‘«Башҡорт телен яратып өйрәнәм», – ти Илина Бобенко’ »

Инсебикә ҡаяһы

Уҙған йыл йәйге оҙон каникулды мин олатай-өләсәйемдәр йәшәгән Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Бөрйән районында үткәрҙем. Бер матур ҡояшлы йылы көндә беҙ атай-әсәйемдәр, туғандарым менән Инсебикә ҡаяһын күрергә барҙыҡ. Ул – Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауылдары араһында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында йөҙ метрҙар самаһы бейеклеккә ҡалҡып торған теп-текә ҡая таш. Инсебикә ҡаяһының башынан тирә яҡҡа …

Continue reading ‘Инсебикә ҡаяһы’ »

Бейергә лә әүәҫ ул

Мәктәбебеҙҙә бар яҡлап тырыш, һәләтле балалар бик күп. Шундайҙарҙың береһе – уҡыуҙа ла һынатмаған, мәктәп тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаш­ҡан бер ҡыҙ – Нурзидә Күскилдина хаҡында һүҙем. Ул уҡыуҙа беренселекте бирмәй. Бар фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Белем усағында үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, үҙенең синыфын һәр саҡ алдынғылар рәтенә сығара.

«Селтәрле» ҡоймаҡ

3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ һәм шәкәрҙе бергә ҡушып туғығыҙ. Әҙер массаға 200 миллилитр һөт ҡойоғоҙ, әҙерәк аш һеркәһендә һүндерелгән сода өҫтәгеҙ һәм ҡуйы ҡаймаҡ кеүек масса килеп сыҡҡансы он һалып йәнә бутағыҙ. Уға 300 миллилитр йылымыс һөт өҫтәгеҙ. Ҡамыры­ғыҙ шыйыҡ ҡына килеп сығырға тейеш. Ә ҡоймағығыҙ селтәрле булһын тиһәгеҙ, тағы ла ярты стакан …

Continue reading ‘«Селтәрле» ҡоймаҡ’ »

Милли биҙәүестәр ҡара көстән һаҡлай

Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында милли биҙәүестәр киң ҡулланыла. Күлдәктәре өҫтөнән төрлө түшелдеректәр (һаҡал, селтәр, хәситә) тағып йөрөгән гүзәл заттарыбыҙҙы күреп, һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо уяна. Улар араһында йәштәрҙең дә булыуы айырыуса ҡыуандыра. Оҫталар ҙа күбәйҙе. Һатыуҙа артыҡ күренмәгәс, күптәр уны ҡулдан үҙҙәре яһап ала.

Шәмбене көтөп алабыҙ

Яңыраҡ ауылыбыҙҙың уңған, оҫта ҡуллы апайҙары һәм беҙ, ҡыҙ-ҡыр­ҡын, бик матур эш башлап ебәрҙек. Һәр шәмбе ауыл китапханаһына йыйылып, ҡул эштәренә өйрәнәбеҙ. Был идеяны үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, хәҙер Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Нәргизә Закирова апай тәҡдим итте һәм эште үҙе ойоштороп та китте. Ул өйҙән кәрәкмәгән, кейергә эшкинмәгән әйберҙәр алып килергә ҡушты. Беҙ буй-буй итеп киҫеп, уларҙан …

Continue reading ‘Шәмбене көтөп алабыҙ’ »