Арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!

Ҡәҙерле дуҫтар! 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу дауам итә. Акция 31 мартҡа тиклем бара, өлгөрөргә тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, әле арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Һуңынан хаҡтарҙың артыуы көтөлә. Әле ваҡыт яғы ла иркенерәк. Уҡыу йылы аҙағы етһә, мәшәҡәттәр күбәйә, имтихандарға әҙерлек башланып, гәзиткә яҙылыу онотолоп торола. Шуға ла был мөмкинлектән файҙаланып …

Continue reading ‘Арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!’ »

Янғантауҙан бит ул!

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары! Мәскәүгә барып та бөтәһен һоҡландырып ҡайталар. Уҙған аҙнала «Тауыш. Балалар» поектында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузованың сығышын ғорурланып, хайран ҡалып ҡараныҡ. Салауат районының Янғантау ауылынан 14 йәшлек ҡыҙ итальян телендә «Адажио» композицияһын башҡарҙы. Ул йыр­лай башлау менән жюри ағзаларының барыһы ла ҡыҙыл төймәгә баҫып, йәш йырсыға йөҙҙәре менән боролдо һәм йыр­ҙың аҙағынаса …

Continue reading ‘Янғантауҙан бит ул!’ »

Яңы тәҙрәләр кәрәк!

Декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының бер мәктәбенә IV синыф уҡыусыларының олимпиадаһына барғайныҡ. Тиҫтерҙәребеҙҙең яҡты, йылы бинала рәхәтләнеп белем алыуҙарын күреп, бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙыҡ. Эх, Күсей мәктәбендә лә шулай заманса шарттар булһа ине, тип хыял­ланып ҡайттыҡ. Беҙҙең теләктәребеҙҙе ишеткәндәй, «Урындағы башланғыс­тарҙ­ы яҡлау» программаһында ауыл хал­ҡы ҡатнашырға ҡарар итте. 1988 йылда төҙөлгән мәктәбебеҙгә ремонт талап ителә, балалар …

Continue reading ‘Яңы тәҙрәләр кәрәк!’ »

Матбуғат йортона сәйәхәт

Синыфыбыҙ менән Матбуғат йортона барабыҙ, тигән хәбәрҙе ишеткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Күп йылдар Өфөлә йәшәп тә, ҡала уртаһындағы ошо мөһабәт бинала булырға тура килмәгәйне. Был сәйәхәтте гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева ойошторҙо.

Сибайҙа – башҡортса КВН

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында шаяндар һәм тапҡырҙар турниры үтте. Унда ҡаланың ун мәктәбенән командалар ҡатнашты. Был уйын ғына түгел, ә туған телебеҙҙең байлығын, шаянлығын, матурлығын, нескәлеген күрһәтеү сараһы булды. Ярышта ҡатнашыусы һәр кем һәм бәйгенең һәр тамашасыһы туған телде ниңә төптән өйрәнергә, һаҡларға кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инанғандыр, тип …

Continue reading ‘Сибайҙа – башҡортса КВН’ »

Хәтирәләр һаҡлай таштары

Ишембай районының Иҫәкәй ауылынан төньяҡ-көнсығышта, биш-алты саҡрым алыҫлыҡта, Ыласынташы тигән бейек тау бар. Ярһыу Рәүҙәк тулҡындарының ҡая-таштарға бәрелә-бәрелә йүгергәндәрен күҙәткән меңйәшәр Ыласынташы тауы яланғас түбәһендәге сал ҡылғандарҙы ел ҡыштырлатҡанға һиҫкәнеп китте. Тирә-яҡтағы үҙен уратып баҫҡан тауҙар араһында иң олоһо ла, иң бейеге лә – ул. Инде меңәр йылдар буйы тәбиғәттең, ерҙең ышаныслы һаҡсыһы булып торған …

Continue reading ‘Хәтирәләр һаҡлай таштары’ »

Яҙ, яҙ килә!

Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра. Тышта рәхәт, йылы. Яйлап ҡарҙар ирей. Көндәр оҙоная. Оҙаҡламай ағастар бөрөләнер, ҡоштар йылы яҡтан ҡайта башлар. Бар тәбиғәт ҡышҡы тәрән йоҡоһонан уянасаҡ. Этебеҙ Муйнаҡҡа ла күңелле. Ул ҡоштарҙың осҡанын күҙәтә. Әллә күҙҙәре ҡыҙамы икән? Ҡанаттарым булһа, мин дә осор инем, тип уйлай шикелле. Юҡҡа борсолма, маъмай, ерҙә лә бик рәхәт бит …

Continue reading ‘Яҙ, яҙ килә!’ »

Ҡар аҙ булһа ла…

Тышта ап-аҡ, иртәнсәк ағас­тарға бәҫ һырыһа, бөтә тәбиғәт аҡ шәлгә төрөнгән кеүек матур ғына була. Ҡыш, моғайын, балаларҙың иң яратҡан миҙгелелер. Бала-саға геү килеп сана, саңғы шыуа, конькиҙа йөрөй, ҡар­ҙан төрлө һындар әүәләй.

Ярҙам итәйек!

Тәбиғәт беҙҙең яҡлауыбыҙға, һаҡлауыбыҙға ныҡ мохтаж. Ә ул үҙе бер нәмәһен дә йәлләмәй бирә, иң ҡиммәтле байлығыбыҙ булып тора. Кеше – тәбиғәт балаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ысынлап та, ул халыҡтың тормошонда бик ҙур роль уйнай. Сылтырап аҡҡан йылға тауышы бер аҙға тынысландырһа, мәғрур баҫып торған тауҙар, ҡаялар – көс, урмандарҙың шаулауы сафлыҡ, иркенлек хистәрен …

Continue reading ‘Ярҙам итәйек!’ »

Барлығы – 38 тағараҡ!

Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡтан һаҡлау өсөн беҙҙең мәктәптә «Тағараҡ» экологик акцияһы үткәрелде. Мәктәптең дөйөм линейкаһын­да «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфи­рә Әхмәт ҡыҙы Азаматова уҡыу­сыларға ҡышлаусы ҡоштар хаҡында мәғлүмәттәр биреп, уларға ярҙам итергә өндәне. Шулай уҡ түңәрәккә йөрөүсе Ынйы Йәғәфәрова һәм мин ҡанатлы …

Continue reading ‘Барлығы – 38 тағараҡ!’ »