Хыялыңдағы егет ниндәй?

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы: – Хыялымдағы егет, беренсенән, төҫкә һылыу, белемле, итә­ғәтле, миңә лә, үҙенең ата-әсәһенә лә ихтирамлы, һүҙ менән түгел, ә эше менән дә уңған булырға тейеш. Тәрбиәле, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата итәғәтле, үҙ һүҙен һәр ваҡыт тота белеүен теләр инем. Әрмелә лә хеҙмәт итһен. Үҙен ысын ир-егет итеп һанаған кеше …

Continue reading ‘Хыялыңдағы егет ниндәй?’ »

«Әтеү, туҡмамайыҡ!»

Уймаҡ хикәйә – Гөлнур, һине V «Б» синыфынан Урал киноға алып барған икән? – тип ҡаршыланы мине мәктәп ҡапҡаһы алдында көтөп торған синыфташым Рәмилә. – Юҡсы! Кем әйтә? – Үҙе һөйләне. – Ҡасан? – Бөгөн мәктәпкә килешләй.

Думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнайҙар

Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле белем усағы бар. Башланғыс махсус музыка мәктәп-лицейы тип атала. Өфөләге урта махсус музыка колледжының филиалы ул. Бында башлыса Урал аръяғы райондарынан таланттары менән айырылып торған ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый. Кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереүгә, уларға төплө белем биреүгә ҙур көс һалына.

Ә һин дөрөҫ туҡланаһыңмы?

Элек беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ тәбиғи ризыҡтар менән генә туҡланған. Шуға ла улар һау-сәләмәт булған, дарыуҙар ҙа ашамаған, шулай бит? Ә хәҙер аҙым һайын магазин, барыһында ла зыянлы ризыҡтар тулып ята. Әммә күп балалар «Сникерс», чупа-чупс, чипсы, гамбургер кеүек ризыҡтарҙан баш тарта. Сөнки бөтә донъяла шулар арҡаһында һимереүҙән, төрлө ауырыуҙарҙан интеккән балалар күп икәнен белеп торалар бит.

Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй

Өләсәйем Мәүсилә Зиннәт ҡыҙы – һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул – бик яҡшы күңелле кеше, туғандары менән татыу йәшәй, һәр береһенә иғтибарлы, күңел йылыһы барыһына етерлек. Йыш ҡына тыуған яғына – Ғафури районына ҡайта. Ата-әсәһе рухына бағышлап Ҡөрьән уҡыта, унда бөтә туған-тыумасаны йыя.