Һин – супер, Зарема!

Яңы ғына Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва Мәскәүҙә үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатҡайны. Әле бына Әбйәлил районының Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, IX синыф уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова НТВ каналы саҡырыуы буйынса «Һин – супер!» проектының 2-се миҙгелендә һынау тотасаҡ.

Олимпиада көндәлеге

Рәсәй атлеттарының тәүге миҙалын яҡташыбыҙ Семён Елистратов яуланы! Шорт-трек буйынса 1500 метр араға уҙышыуҙа ул финишҡа өсөнсө булып килде. Боҙҙа фигуралы шыуыу буйынса командалар ярышында алтын миҙал көткәйнек. Килеп сыҡманы, канадалар – чемпион. Рәсәйҙәр – икенсе урында. Анастасия Брызгалова менән Александр Крушельницкий кёрлингтың дабл-микст төрө буйынса бронза миҙал яуланы. Улар өсөнсө урын өсөн алышта Норвегия …

Continue reading ‘Олимпиада көндәлеге’ »

Сахайҙағы тәжрибә

Икенсе сменала уҡытыуҙы бөтөрөү дауам итә. Бына, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Сахай мәктәбе уҡыусылары өсөн үҙенсәлекле юл тапҡандар. Буш торған администра­тив бина төҙөкләндерелеп, урындағы мәктәпкә тапшырыл­ған.

Ҡыҙыу элемтә эшләй

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында Бер­ҙәм дәүләт имтиханы үткәреү буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй. Һынауҙа ҡатнашыусылар, улар­ҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, ойоштороусылар 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефон һандары буйынса имтиханға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, БДИ-ла хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән тарихи көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ …

Continue reading ‘Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!’ »

Ташһандыҡ

Бөрйәнемдең тәбиғәте ифрат матур, бик бай, ҡомарт­ҡыларының иҫәбе-һаны юҡ. Ундағы һәр тау-таштың, йылға-күлдең, иҫтәлекле урындарҙың үҙ тарихы бар. Ташһандыҡ ташының исеме нисек килеп сыҡҡан? Шул турала булыр һүҙебеҙ.

Артурға – 500 мең һумлыҡ грант!

Мәктәп уҡыусылары араһында ла сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә битараф булмаған, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта булдыҡлы ла, башлы ла балаларҙың булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – баш ҡаланың 42-се лицейынан XI синыф уҡыусыһы Артур Шәйхәтәров. Ул һуҡыр-һаңғырауҙарҙың яҙмышына вайымһыҙ ҡалмай, уларҙың йәшәү рәүешен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында LiFeel тип аталған мобил ҡушымта уйлап тапҡан. Бының өсөн …

Continue reading ‘Артурға – 500 мең һумлыҡ грант!’ »

Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ

Гөлназ менән Азамат Сәйетғәлиндәрҙе «Йәш ғаилә – 2016» конкурсында осратҡайным. Унда Өфөләге ете район вәкилдәре иң-иңе булыу өсөн көрәшкәйне. Гөлназ Фәнис ҡыҙы – баш ҡалалағы 237-се балалар баҡсаһы мөдире, Азамат Урал улы – эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре. Улар менән бергә 8 йәшлек ҡыҙҙары Әминә, 3 йәшлек кенә улдары Рамаҙан һәм матур итеп милли кейемдәр кейгән …

Continue reading ‘Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ’ »

Тормош аҡылын алам

Ғаилә, тип әйтһәң, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? Ә миңә яҡындарым, туғандарым булған йылы, матур йортобоҙ. Әле уҡыусы ҡыҙ ғынамын. Шулай булһа ла, ғаиләнең ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле икәнен аңлайым. «Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас», – тип әйткәндәр бит боронғолар. Беҙ – атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем, һеңлем, ҡустым менән мин бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, …

Continue reading ‘Тормош аҡылын алам’ »