Вандалдар

Балалар, ошо ҡурҡыныс һүҙҙе ишетһәгеҙ, кемде күҙ алдына килтерәһегеҙ ул? Шөҡәтһеҙ, аяҡ-ҡулдары йөнлө, алпан-толпан баҫҡан айыу­ҙан да ҙур бер хайуан кеүек кешегә оҡшаған нәмәкәй күргәндәй булам мин. Ҙур ҡулдарын бер һелтәһә был «мәхшәркеше», эргә-тирәләге бөтә нәмә пыран-заран ҡыйралалыр…

Һүрәттәре ҡарап туйғыһыҙ!

Һеҙҙе синыфташыбыҙ Лиана Асҡарова менән таныштырырға теләйем. Ул беҙҙең менән өсөнсө йыл бергә уҡый. Үҙе тырыш, һәләтле был ҡыҙ – Стәрлебаш районынан. Ҡул эштәренә бик оҫта булыуы менән һоҡландыра. Лиана төрлө биҙәүес әйберҙәр, Яңы йыл тәтәйҙәре, тегеү әйберҙәре, ҡупшы уйынсыҡтар яһап ҡуя.

Ниндәй бүләк әҙерләргә?

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә малайҙар­ға нимә бүләк итергә? Башланғыс синыфтарҙа уйынсыҡ машина, танк, робот, һалдаттар, шулай уҡ кубик-рубик, бумеранг кеүек әйберҙәр, сувенир, уҡыу кәрәк-яраҡтары бирергә мөмкин. VIII синыфҡа тиклем пенал, блокнот, ручка, брелок, компас, бәләкәй фонарь, ә өлкән синыфтарҙа иһә етдиерәк бүләктәр һайларға кәрәктер. Мәҫәлән, компьютер өсөн кәрәк-яраҡ, шулай уҡ галстук, ҡайыш, шарф, визиткалар, асҡыс һауыттары. …

Continue reading ‘Ниндәй бүләк әҙерләргә?’ »

Тылсым тама ҡулдарынан

Бындай мәктәп республикабыҙҙа берәү генә. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр һынлы сәнғәттең ниндәй генә төрөн өйрәнмәй! Ә сығарылыш синыф уҡыусылары шуның буйынса йыл һайын йомғаҡлау ижади проекттарын тапшыра. Һүҙебеҙ Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы тураһында.