Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 1 февралдән 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк. «Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 77 һум 29 тин, ярты йылға – 463 һум 74 тин. Индексы – П2765.

Премия – Сәлимә Дәүләтшинаға!

Дуҫтар, «Йәншишмә»­нең быйылғы тәүге һанын күргәс: «Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премия быйыл бер кемгә лә бирелмәйме икән ни?» – тип аптырап та ҡал­ғанһығыҙҙыр әле. Ә беҙ үҙебеҙсә сюрприз яһарға булдыҡ.

Матур ғаилә – ил күрке

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ул – беҙҙең бәләкәй генә дәүләтебеҙ, өйөбөҙ, атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай, әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

Мышағыр тауы

Ураҙҙы тирә-яҡтан тауҙар, урмандар уратып алған. Улар ауылыбыҙҙы һаҡлап ултырған кеүек. Өфөнән ҡайтҡанда тәүгеләрҙән булып ҡаршы алыусы тауҙарыбыҙҙың береһе Мышағыр тип атала. Уның тәүге исеме – Мешәҡыр. «Мешәле ҡыр» – бәләкәй ҡарағайлы һырт булған өсөн шулай исемләнгән. Был тау яңғыҙ түгел, ә Шамов һаҙлығынан Ҡотой ауылына тиклем һуҙылған тауҙар теҙмәһенең бер өлөшө генә. Уның мышар …

Continue reading ‘Мышағыр тауы’ »

Психология фәне индерелә

Оҙаҡламай мәктәптәрҙән вундеркинд балалар сығыр инде. Ниндәй генә фәндәр уҡытмайҙар! Инде бына Рәсәй мәктәптәрендә психология дәресен дә индермәкселәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсөнән ун беренсе синыфҡа тиклем дәреслектәр әҙер ҙә инде. Һорау, яуаптары менән эш дәфтәрҙәре лә бар.

Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү

Башҡортостан депутаттары яңы ҡанун сығарҙы. Хәҙер балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия талаптарын үтәмәгән өсөн штраф түләтә башлаясаҡтар. Һүҙ үҫмерҙәр һәм балалар араһында тәртип бо­ҙоу­ҙарҙы иҫкәртеүҙең мөһимлеге тураһында бара.

Яна – Рәсәй еңеүсеһе

Баш ҡаланың 82-се гимназия уҡыу­сыһы Яна Мәжитова «Минең хыялымдағы цирк» тигән Бөтә Рәсәй балалар конкурсының еңеүсеһе бул­ған. Ул картинаһында билдәле клоун, актёр Юрий Никулинды цирк фонында төшөргән. Ҡыҙ үҙ тиңдәштәре араһында еңеп кенә ҡалмаған, тамашасылар һөйөүен дә яулаған.

Ҡотҡарыусы булырға теләй

Йәрмәкәй районының Яңы Турай ауылында була был хәл. Ошо йылдың ғинуар айында II синыфта уҡыусы ике малай тюбингта шыуырға юллана. Йылға янынан үткәндә Өфөнән килеүсе берәүһе боҙға төшөп, аяғы менән тибеп ҡарай. Ныҡлы ғына һымаҡ күренә, баҫһаң, күтәрерлек кеүек. Әммә боҙ ҡапыл ярылып, малай һалҡын һыуға төшөп китә. Үҙе ҡысҡыра һәм бата башлай. Әлдә икенсеһе …

Continue reading ‘Ҡотҡарыусы булырға теләй’ »

Иң шәп рэп йырсыһы кем икән?

Рэп стилендәге йырҙарҙы яратаһығыҙмы, дуҫтар? Уны үҙ итеү генә түгел, бәлки, йырлаусылар ҙа барҙыр арағыҙҙа. Бына тап шундайҙар өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, «ДарМан студио» продюссерлыҡ үҙәге башҡорт телендә рэп башҡарыусыларҙың «Bash School Rap» тип аталған республика музыкаль конкурсын иғлан итә. Уның мәғлүмәти партнёр­ҙары – «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Шоңҡар» журналдары, …

Continue reading ‘Иң шәп рэп йырсыһы кем икән?’ »