Халҡы өсөн янып йәшәне

Беҙҙең Хәйбулла районында тыуып үҫкәндәр араһында кешелекле холҡо, яҡты аҡылы, яҡшы эше менән дан алған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Халыҡ уларҙы борон-борондан азамат ир, уҙаман, тип ололап, исемен телгә алған. Ундай шәхестәрҙең эше һәм тормошо халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.

Артур Сурин иҫтәлегенә

Ғинуар айында көндәр бик һалҡын килде. Шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың шәп егеттәре Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) һәм Әбеш ауылдарына хоккей турнирына йыйылды. Был ярыш Вәзәм ауылында тыуып үҫеп, мәғариф министры урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә бағышланды.

Олимпиадаға кемдәр бара?

Бөгөн Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында Ҡыш­ҡы олимпиада уйындары башлана. Ярыштар 25 февралгә тиклем дауам итәсәк. Олимпиадала 84 илдән спортсылар ҡатнашасаҡ, спорттың 15 төрө буйынса көс һынашасаҡ улар. Рәсәйҙән унда ҡатнашыу өсөн 169 кеше саҡырыу алды.

Районыбыҙ сәсәниәһе

Фатима ҺИБӘТОВА – районыбыҙҙың билдәле сәсәниәһе, ил инәһе. Ул ауылдың ғына түгел, райондың һәм республиканың мәҙәни-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашып килә. 2010 йылда рай­он шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләп, Гран-при алһа, 2014 йылда «Башҡорт­остан» гәзите ойош­тор­ған «Таланттарҙы данлай Тыуған ил» бәйгеһендә башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, еңеүсе була. Ә 2015 йылда район мөнәжәтселәр …

Continue reading ‘Районыбыҙ сәсәниәһе’ »

Иң матур шыршы кемдеке?

Их, шыршыҡайҙарҙың күплелеге, төрлөлөгө, матурлығы! Балаларҙың фантазияһына, ата-әсәләрҙең оҫта ҡулдарына иҫең китерлек. Ҡайһы берҙәрен тотоп ҡарамайынса ниндәй ысул менән эшләнгәнен аңлап та булмай хатта. Ниндәй генә материал ҡулланмаған балалар…

Бәхет яныбыҙҙа ғына

Нимә ул бәхет? Уны ситтән эҙләү кәрәкмәй. Беҙҙең яныбыҙҙа ғына. Иртән наҙлап уятҡан, йылы һүҙҙәр әйтеп иркәләгән, балаҡайым, тип һәр саҡ өҙөлөп тороусы әсәйҙәр булғанда беҙ – Ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләр.

Сәхнә өсөн тыуған ул!

Борон-борон борондан, Кеше-маҙар килмәгән, Килеп аяҡ баҫмаған, Ул тирәлә ҡоро ер Барлығын һис кем белмәгән… Ана, бер ҡыҙ үҙенә генә хас моңло тауыш менән «Урал батыр» эпосын һөйләй. Бигерәк бирелеп ятлай. Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ әҫәрендәге Урал, Шүлгән, Һомай образдарын да нисек оҫта еткерә. Ифрат килештерә! Кем, ул тиһегеҙме? Хәйбулла районы Аҡъя­рҙағы 2-се мәктәптән Рәлиә Ғәббәсова. Юҡҡа …

Continue reading ‘Сәхнә өсөн тыуған ул!’ »

Ниңә дуҫ түгелдәр?

Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың иркә генә бесәйҙәре һәм эттәре булған. Хужалары икеһен дә бик яратҡан: тәмле ризыҡтар менән һыйлағандар, иркәләткәндәр, уйнат­ҡандар.

Бейей-бейей оҫтарабыҙ

Телевизорҙан «Ба­йыҡ» бейеү конкурсын ҡарарға яратам. Һай, оҫталар, шәп бейейҙәр! Беҙҙең Ар­ҡауылда ла сәнғәт мәк­тәбе бар. Пианинола, гармунда, ҡурайҙа уйнарға, һүрәт төшөрөргә өйрәтәләр.