Ҡыҙыҡлы дәрес

Был уҡыу йылында беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Әлнисә Рәхим­йән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова уҡыта башланы. Дәрескә бөтәбеҙ ҙә ихлас йөрөйбөҙ, өйгә эштәрҙе ваҡытында эшләйбеҙ. Улар төрлөләндереп бирелә. Гәзит-журналдарҙан, әҙәби әҫәрҙәрҙән темаға ярашлы миҫалдар табабыҙ йәки интернет селтәренән эҙләнеү эштәрен баш­ҡарабыҙ. Әкиәттәр, һүрәтләмәләр яҙабыҙ.

Баш­һырт тау­ҙары

– Күптән был тирәлә булма­ғанмын икән. Ҡайһылай матур! – Вәсилә инәйем Баш­һырт тау­ҙарына һоҡланып баҡты. – Их, инәй! Аңлайһыңмы, был тауҙарға бөтә булмышым менән бәйле мин! Бөркөт булып һауаларҙа осҡом, ел булып ошо иркенлекте күргем килә. Күпме ҡараһам да, хозур Башһыртҡа һөйөүем дә кәмемәҫ, һоҡланып та туҡтамам. Ҡанат ҡағып осоп китер ҡоштай талпынам.

Илһамлы ижады ҡанатландыра

Шарандағы 1-се мәктәптән XI синыф уҡыусыһы, республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булған Розалиә Сәйет­ғәлина бик тә һөйкөмлө һәм мөләйем ҡыҙ булып сыҡты. Беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә синыф етәксеһе Лилиә Фән ҡыҙы Шафиҡова тағын уның яҡшы күңелле булыуын, татыу ғаиләлә тәрбиәләнеүен дә телгә алып үтте. «Әүҙемлеге менән дә башҡаларҙан айырылып тора, бәлки, шуғалыр ҙа мәктәптә үткәрелгән күп сараларҙың …

Continue reading ‘Илһамлы ижады ҡанатландыра’ »

Рәсәй тикшереү көндәре

Бөтә Рәсәй тикшереү көндәре билдәле булды. Ул, мәктәп етәкселеге хәл итеүенсә, IV – VI һәм XI синыфтар өсөн уҙасаҡ. Сығарылыш синыфтары өсөн һынау 20 мартта сит телдән башлана. 21 март – тарихтан, 3 апрель – географиянан, 5-е – химиянан, 10-ы – физиканан, 12-һе биологиянан үтә. 17, 19 апрелдә дүртенселәрҙе иң беренсе урыҫ теленән тикшерәсәктәр, 24-е …

Continue reading ‘Рәсәй тикшереү көндәре’ »

«Урал батыры»

Силәбе өлкәһендә беренсе тап­ҡыр «Урал батыры» балалар этноконкурсының һайлап алыу туры үтте. Уны президент грантын яулаусы — «Афарин» баш­ҡорт мил­ли балалар студияһы ойошторҙо. Сыбаркүл, Арғаяш, Пластов һәм Ҡоншаҡ райондарынан, Силәбе һәм Златоустан 30-лаған конкурсант үҙенең физик һәм ижади һәләттәрен күр­һәтте.

Телдән төшкән тел юҡ булыр, телдәге тел ныҡ булыр

Әлли-бәлли бәпкәһе, Ҡайҙа киткән әнкәһе? Урмандарға еләккә, Бәләкәскә бүләккә. Әлли-бәлли итер ул, Үҫеп кенә китер ул да Бик ҙур кеше булыр ул. Әлли-бәлли итер ул, Матур ҡыҙсыҡ булыр ул… Өләсәйем гел генә шулай һамаҡлап йоҡлатырға һала. Ә мин ошо һоҡланғыс моңло көйҙө тыңлайым, йөрәккә май булып яғыл­ған һәр һүҙҙе иҫемдә ҡалдырыр­ға, ятлап алырға тырышам. Үҙемә …

Continue reading ‘Телдән төшкән тел юҡ булыр, телдәге тел ныҡ булыр’ »

Кешелек донъяһына асыҡ хат

Эй-й-й, бөтә кешелек донъяһы! Был мин – тәбиғәт һеҙгә өндәшәм! Бер генә минутҡа күҙегеҙҙе йомоғоҙ ҙа Ер йөҙөндә бер ниндәй тереклек, йән эйәһе булмауын хис итеп ҡарағыҙ әле… Ҡот осҡос күренеш! Ә бит һеҙҙе бар иткән, йәшәткән нәмә – мин. Һулар һауағыҙ, атлап йөрөгән ерегеҙ, эскән һыуығыҙ ҙа. Үкенескә күрә, көндәлек ығы-зығылар менән йәшәп, был …

Continue reading ‘Кешелек донъяһына асыҡ хат’ »

Тоғро дуҫым

Эт һүҙен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тоғро дуҫ килеп ба­ҫа. Минең маъмайым да шулай. Уның исеме – Шарик. Беҙ тәү күрешеүҙән үк бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Бөгөн дә дуҫлығыбыҙ дауам итә. Этемде миңә апайым бүләк иткәйне. Шарик тип исем ҡушыуымдың сәбәбе уның шул тиклем шаян, гел туп һымаҡ унда-бын­да тәгәрләп, сабып йө­рө­үендә. Уйында – тик уйын …

Continue reading ‘Тоғро дуҫым’ »