Күңелдәрендә – илһөйәрлек тойғоһо

Буласаҡ ил һаҡсылары ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ҡыйыу, батыр, аҡыллы, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, улар рәтенә сәләмәт тормош яҡлыларҙы, спорт һөйгәндәрҙе лә индерергә кәрәк. Интернат-гимназияның VIII «А» синыфы уҡыусылары ошо сифаттарға эйә булырға тырыша ла инде.

Лицей данын яҡлайҙар

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында VIII синыф уҡыусыһы физиканан II урын алды, тип яҙҙылар, әммә исем-шәрифтәрен атамағайнылар. Баҡһаң, ул республика инженер интернат-лицейынан Тамерлан Әфләтунов икән. Вәт, маладис егет! Үҙенән өлкәнерәктәрҙең танауына сирткән бит. Ул – Учалы ҡалаһынан. Бында VII синыфҡа, ҙур конкурсты уңышлы үтеп, уҡырға алынған. Баш ҡалала белем алыуына бик ҡыуана. Өфө Өфө инде, мәғариф …

Continue reading ‘Лицей данын яҡлайҙар’ »

Янбраҡ тауы

Тыуған ауылымда үҙенсә тарих һаҡлаған матур ғына исемле урындар бихисап: Сигүҙ шишмәһе, Тәкәл тауы, Ҡайрағалған йылғаһы, Ҡәнифә юлы… Шуларҙың береһе Янбраҡ тауы тураһында һөйләп үткем килә һеҙгә.

Олатайым яу юлы үткән

Шәкир олатай Ишмөхәмәтов 1926 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында, үҙе һөйләүе буйынса, кешеләр йәйләүгә күскән ваҡытта, июнь башында, Йылҡы алып ҡасҡан йәйләүендә донъяға килә. Уның бала сағы бик ауыр була. Йәшләй генә әсәһе үлеп ҡала. Шәкир олатай ике ҡустыһы, бер һеңлеһе менән үгәй әсә ҡулында үҫә. Ғәлиәкбәр ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, промколхозда төрлө эштәр …

Continue reading ‘Олатайым яу юлы үткән’ »

Икенсе тур

Өсөнсө мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ3, Ла8, Лd3, Сb6, Сg6 (5 фигура), ҡаралар – Крf4 (1 фигура). Был миниатюраның авторы – И. Тейлор (1878). Аҡ фигураларҙың береһе тәүге йөрөштә үк көтөлмәгән һөжүм өсөн уңайлы булған шаҡмаҡҡа күсеп ултыра. Сиселештең ике вариантын табыр­ға.

Атайыбыҙ – терәгебеҙ

Ҡәҙерлебеҙ Ишкилде Сабир улы 1958 йыл­дың 23 февралендә Рафиҡ ауылында донъяға килгән. Бала сағы ошонда, Таналыҡ йылғаһы буйында, үткән. Башланғыс мәктәптән һуң уҡыуын Өфө ауылында дауам итә. Хеҙмәт юлын, VIII синыфты тамамлағас, «Һарыкүл» бүлексәһендә башлай. Һуңынан әрме сафына алына. Ҡайтҡас, эшен дауам итә. 1985 йылда әсәйем Сания Әхмәҙулла ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Татыу, тырыш …

Continue reading ‘Атайыбыҙ – терәгебеҙ’ »

Батыр булып үҫербеҙ

Башҡорт малайҙарын борон-борондан Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн көслө, ҡыйыу, етеҙ итеп үҫтергәндәр. Уларҙы оҫта көрәшергә, уҡтан мәргән атырға өйрәткәндәр. Был сифаттар бөгөн дә бик кәрәкле.

Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ

Атайым Радик Нәзиф улы Томск ҡалаһында эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт иткән, һуғыш ҡоралдары етештерә тор­ған заводты һаҡлағандар. Ул водитель булған, һалдаттарҙы йөрөткән. Әрмелә саҡта спорт менән шөғөлләнгән, һуғыш һөнәрҙәренә өйрәнгән: төндә лә, көндөҙ ҙә автоматтан сәпкә атҡандар. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн I һәм II дәрәжә билдәләр менән бүләкләнгән. Олатайым менән өләсәйем Рәхмәт хаты алып ҡыуанған.

«Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен»

Ҡапыл ғына ғашиҡ булабыҙ. Холҡо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уйламаған кешене оҡшатаһың да ҡуяһың. Юҡ икән, артыңдан йүгереп, күтәреп йөрөргә әҙер булһын, күңелгә ятмай. Һөйгәнеңдең насар сифаттарын күрмәйһең, ул хатта донъялағы иң изге йән кеүек тойола. Бына ниндәй оло көскә эйә ул һөйөү тойғоһо.