Криптовалюта донъяһынан

Донъябыҙ алға киткән һайын криптовалюта, биткоин, эфириум кеүек һүҙҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. Һеҙ ҙә улар хаҡында ишетеп беләһегеҙҙер әле. Нимә һуң ул криптовалюта? Компьютер технологиялары менән эшләнгән шифрлы, виртуаль аҡса. Уның 1300-ҙән ашыу төрө бар. Көн һайын яңылары уйлап табылып тора. Иң билдәлеһе – биткоин, ул тәүге урынды биләй. Унан эфириум, рипл, биткоин кэш, лайткоин, …

Continue reading ‘Криптовалюта донъяһынан’ »

Икенсе урын беҙҙекеме?

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда дүрт уйынын үткәрҙе. Ҙур һынау кеүек булды улар. Ни тиһәң дә, һаман да беҙҙең команданың плей-оффҡа сығыуы хәл ителмәй бит. «Амур», «Себер», «Авангард» менән ҡыҙыу көрәш бара. Урын өсәү генә, дүртәүҙең кемеһе артыҡ булыр? «Салауат Юлаев»ҡа ҡалған ике уйында дүрт мәрәй яулау ҙа етә. Ул сағында беҙҙекеләр бик юғарыға – икенсе …

Continue reading ‘Икенсе урын беҙҙекеме?’ »

Сәмле ҡыҙ

Гөлиә ҠАРАМЫШЕВАның иң ҙур теләге – «Тамыр» каналының «Сулпылар» тапшырыуына төшөү. Булмаҫ, тимә, I синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк район кимәлендә үткән «Йәш һандуғас» бәйгеһендә I урын алған бит ул!

Өләсәйем бүләге

Өләсәйем беҙгә йыл һайын «Йәншишмә» гәзитен яҙҙыра. Уға был бүләге өсөн рәхмәт. Бөтәбеҙ ҙә башҡорт телен яратып өйрәнәбеҙ. Шуға гәзитте күмәкләп уҡыйбыҙ. Китаптар ҙа күп өйөбөҙҙә. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәрен өләсәйем менән бергәләп уҡыныҡ. Оксана менән Йәмил һоҡландырҙы. Бер-береһенә яратып, ағайым, һеңлем, тип өндәшәләр. Вәзир, Ғабдулла, Айҙар, Яҡуп – шәп малайҙар, …

Continue reading ‘Өләсәйем бүләге’ »

Тамыры ныҡ ағас ҡоромай

Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә, ырыу байрамдарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан етәкселеге был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреп, төрлө саралар ойоштора.

Бер мәктәптән яҙалар

Бесәй менән эттең дуҫлығы Бесәйемдең исеме – Лена. Һоро төҫлө, минең менән уйнарға бик әүәҫ. Үҙем нимә ашайым, шуны уға ла бирәм, «Вискас»ты ла йәлләмәйем. Йылдың төрлө миҙгелендә лә урамда саф һауала йөрөтөргә тырышам. Этем Став та бигерәк аҡыллы. Миңә уны атайым баҙарҙан һатып алып ҡайтып бүләк итте. Ул ҡара төҫлө, ҙур кәүҙәле. Быйыл 5 …

Continue reading ‘Бер мәктәптән яҙалар’ »

Әгәр уҡытыусыңа ғашиҡ булһаң…

Күптән түгел интернетта Өфөнән 18 йәшлек ҡыҙҙың БДИ буйынса репетиторға дәрес ваҡытында хистәрен белдереүе тураһында видеояҙма таралды. Махсус рәүештә алдан әҙерләнеп төшөрөлгәнме ул? Әллә ҡыҙҙың синыфташтары осраҡлы ғына телефон видеокамераһына теркәгәнме? Ҡыҙ ысынлап тойғоһон белдерҙеме әллә уйын, шаярыу ғынамы? Аңламаҫһың. Әммә был яҙма барыбер шау-шыу тыуҙырҙы. Нимә генә тимә, уҡытыусыға ғашиҡ булыу осраҡтары элек-электән бар. …

Continue reading ‘Әгәр уҡытыусыңа ғашиҡ булһаң…’ »

Яңылышып ҡына ҡуймағыҙ!

Тәүге мөхәббәт, тәүге һөйөү тураһында беҙ «Йәншишмә» биттәрендә йыш һөйләшеп торабыҙ, шулай бит, дуҫтарым. Беҙҙе – тәжрибәле, күптән инде үҙ йәрҙәрен табып, тормош ҡорған кешеләрҙе, һеҙҙең тәүге хистәрегеҙ, йөрәк яныуҙарығыҙ ҡыҙыҡһындыра, тулҡынландыра. Үҙебеҙҙең ҡасандыр кисергән, үткәргән ләззәтле лә, һағышлы ла мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ, һеҙҙең өсөн борсолабыҙ. Яҙмаларығыҙ, мәҫәлән, мин психолог булғанға түгел, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ …

Continue reading ‘Яңылышып ҡына ҡуймағыҙ!’ »

«Миңә китап бүләк ит!»

Балалар баҡсаһының «Ҡу­рай» төркөмөндә китаптың абруйын арттырыу маҡсатында акция ойошторолдо. «Миңә китап бүләк ит!» тип аталды ул. Был сараға атайҙар һәм әсәйҙәр, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә кем уҙар­ҙан әүҙем ҡушылды. Улар бала­лар­ға башҡорт, урыҫ телдәрендә яҙыл­ған сағыу, бай йөкмәтке­ле, матур эстәлекле шиғыр, әкиәт йыйынтыҡтары, төрлө ҡулланмалар, китапсыҡтар бүләк итте.

Был донъяла ниҙәр бар?

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендәге «Тимербатыр» лагерында сит ил кешеләренән тәжрибә алыу осрағы тәүгеләрҙән түгел. Йәйгеһен бында Һиндостандан 19 йәшлек студент Бхавеш булғайны, әле яңыраҡ – 26 йәшлек Африка вәкиле – Фаруҡ Ибраһим. Балалар өсөн робот техникаһы лагерына ул «Aisec» ирекмәндәр фирмаһынан вожатый булып килгән. Каникул көндәрен ошонда уҙғарып, балаларға инглиз телен өйрәткән, ә үҙе башҡортса …

Continue reading ‘Был донъяла ниҙәр бар?’ »