Был донъяла ниҙәр бар?

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендәге «Тимербатыр» лагерында сит ил кешеләренән тәжрибә алыу осрағы тәүгеләрҙән түгел. Йәйгеһен бында Һиндостандан 19 йәшлек студент Бхавеш булғайны, әле яңыраҡ – 26 йәшлек Африка вәкиле – Фаруҡ Ибраһим. Балалар өсөн робот техникаһы лагерына ул «Aisec» ирекмәндәр фирмаһынан вожатый булып килгән. Каникул көндәрен ошонда уҙғарып, балаларға инглиз телен өйрәткән, ә үҙе башҡортса …

Continue reading ‘Был донъяла ниҙәр бар?’ »

Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да

«Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Ул юҡ икән, халыҡ та, милләт тә юҡ», – тип яҙғайны Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, туған телебеҙ йәшәй икән, килер көндәребеҙ ҙә яҡты, халҡыбыҙҙың да киләсәге бар. Республикабыҙҙа баш­ҡорт телендә ойошторол­ған саралар уның мәртәбәһен, бәҫен күтәрергә, үҫтерергә, йәш быуындың күңелендә һөйөү уятырға ярҙам итә. …

Continue reading ‘Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да’ »

Матур тәрбиә бирәләр

Беҙҙә татыу, матур йәшәүсе ғаиләләр күп кенә. Улар һәр яҡтан да ауылдаштарыбыҙға өлгө күрһәтә, һоҡлан­ғыс итеп донъя көтә, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Шундай­ҙарҙың береһе – Гөлсәсәк һәм Рафаэль Фәйзуллиндар. Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы – сығышы менән Әмин ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Уҡыған ваҡытта ла иптәштәрен үҙенең ихлас күңеллелеге, яр­ҙамсыл холҡо, кешеләргә яғымлы йөҙө һәм …

Continue reading ‘Матур тәрбиә бирәләр’ »

Минең «тере энциклопедиям»

Әлдә өләсәйем бар, тип ҡыуанам. Нин­дәй генә һорау, үтенес менән мөрәжә­ғәт итһәм дә, уның аҡыллы кәңәштәре гел әҙер. Ҡәҙерлемде «Халҡымдың тере энциклопедияһы» тип йөрөтәм. Кем һуң ул һинең өләсәйең, тиһегеҙме? Яҡынымдың исеме – Хәнифә Шәғәле ҡыҙы Әбүбәкерова. Ул республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данлыҡлы сәсәниәһе. Өләсәйем бала саҡтан таҡмаҡ, бәйет, ҡобайырҙарҙы импровизация юлы менән ижад итә. Башҡортостандың …

Continue reading ‘Минең «тере энциклопедиям»’ »

Атайым – ғорурлығым

Иң яҡын кешем – атайым Илдар Зәйнәғәбдин улы. Ул хозур тәби­ғәтле Байназар ауылында Факиһа һәм Зәйнәғәбдин Дәүләтшиндар ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килгән. Мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөй. Белорет ҡалаһында ДОСААФ мәктәбендә шофёр һөнәрен үҙләштерә. Германияла ике йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Ҡур­ғашлы ауылында – тәүҙә слесарь, …

Continue reading ‘Атайым – ғорурлығым’ »

Өс быуын бергә йәшәйбеҙ

Ғаиләбеҙ ишле генә. Ҙур, матур йортта өс быуын бергә бик татыу йәшәйбеҙ. Олатайым Фәнил Ғизетдин улы ғүмер буйы колхозда шофёр булып эшләгән. Ул машинаһын ҡарап, ипләп кенә йөрөгән, бер ҙә ватылмаған. Ҡәҙерлебеҙ – ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе.

Күктән төшмәй бәхет

Шаран ауылында булғанда яңы өй ҡотларға йыйынған күп балалы Лилиә һәм Илшат Ғәлимовтарҙың ҙур шатлыҡтарын уртаҡлашыу бәхете тәтене беҙгә. Үҙҙәренең күркәм тормоштары һәм эштәре менән ауылдаштарының ихтирамын яуларға өлгөргән улар. Татыу ғаиләләрендә өс бала үҫә.

Бал ҡорттарын һаҡлайыҡ!

Их, тәмле…Бигерәк тәмле лә һуң… Ҡояш нурҙарында алтын һымаҡ ялтырап торған йылы ғына балды бармаҡ осо менән генә алаһың да тәмләп ҡарайһың, ниндәй татлы! Был бит, ысынлап та, тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәһе. Кескәй генә бал ҡорттары шундай тәмле балды ҡай­ҙан алалар һуң? Их, улар менән һөйләшә белһәң икән, барыһын да һорар инем. Юҡ, хыялланып торорға ваҡыт юҡ, …

Continue reading ‘Бал ҡорттарын һаҡлайыҡ!’ »

Хызыр-Ильяс бармы ул?

Һеҙгә: «Хызыр-Ильяс юлдаш булһын», – тип әйткәндәре бармы? Эйе, күптәр шулай тип теләй юлға сыҡҡанда. Мин үҙем дә «Фатиха» сүрәһен уҡығас, гел, Хызыр-Ильяс юлдаш булһын, тип өҫтәп ҡуя торғайным. Ҡайһы бер кешеләр уның ярҙамына ышанып, хатта доға уҡый икән. Әммә был дөрөҫ түгел. Мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә генә инана, уның берлегенә ышанып, доғалар уҡый, уның ғына …

Continue reading ‘Хызыр-Ильяс бармы ул?’ »

Тоғро дуҫ булыр Амур

Эттәре үлгәс, Данил бик ҡайғыр­ҙы. Джек уҫал түгел ине. Килгән кешеләрҙе лә ят итмәне, өрмәне, абалап ҡаршы сыҡманы. Ихатаға ингәс, ят түгелдәрҙер, тигәндер, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа ҡартайҙы ла шул. Элекке шикелле Данил артынан йүгереп, сабыулап йөрөмәһә лә, бер ҙә артынан ҡалманы. Нөгөш буйына төшһә, гел эйәрҙе. Һыуҙа йөҙгән ҡаҙ бәпкәләрен һаҡланы, төйлөгәндәрҙе ҡурҡытып ебәрҙе. Ләкин …

Continue reading ‘Тоғро дуҫ булыр Амур’ »