Вәт, күңелле байрам!

Яңы йыл – мөғжизәләр мәле. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтөп алыусы кескәйҙәр өсөн бигерәк тә тылсымлы кеүек тойола. Шулай булды ла. Баш ҡаланың 38-се моделле балалар китапханаһы балалар өсөн ҡар бабай­ҙар – Варежкин һәм Шапочкин, Ҡарһылыу ҡатнашлығында кү­ңелле байрам ойошторҙо.

Һүҙ — Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбе уҡыусыларына

Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбендә икенсе йыл инде «Йәш хәбәрсе» түңәрәге уңышлы эшләп килә. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова. Унда балалар шиғыр яҙыу нескәлектәренә өйрәнә, журналистика серҙәренә төшөнә. Ай һайын мәктәп яңылыҡтарын яҡтыртҡан «Мәктәп тормошо» гәзитен дә сығаралар. Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙ күп кенә. Уларҙың бер нисә шиғырын һеҙгә лә …

Continue reading ‘Һүҙ — Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбе уҡыусыларына’ »

Ҡарһылыу

Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Ҡыш бабай менән Ҡар әбей. Уларҙың берҙән-бер Ҡарһылыу исемле ейәнсәре булған. Бер ваҡыт Ҡар әбей үлеп киткән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу икәүләшеп кенә донъя көтә башлаған. Татыу йәшәгәндәр.

Матур итеп ҡаршыланыҡ

Яңы йыл байрамы – иң күңелле көндәрҙең береһе. Уны матур итеп ҡаршылаһаң, йылың да уңышлы булыр, тиҙәр. Быға беренсе синыф уҡыусылары ла бик ышана. 2017 йылдың һуңғы уҡыу көнөн уҡыусылар Ҡыш бабай башлыҡтарын кейеп уҙғарҙы. Беренселәр Эт йылын ҡаршыларға әҙерлектәрен бына ошолай күрһәтте. Әлбиттә, дәрестәр ҙә тиҙ һәм күңелле үтте был көндө. Кескәй Ҡыш бабай …

Continue reading ‘Матур итеп ҡаршыланыҡ’ »

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…

Минең синыфташым ул Зилиә Дәүләтбирҙина. Аҡыллылығы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән үҙенә тарта. Егәрле, ярҙамсыл булыуына ла хайран ҡалырлыҡ. Исеме лә есеменә тап килеп тора уның. Фарсы теленән тәржемә иткәндә, аҡ йөҙлө, алсаҡ, тигәнде аңлата. Ата-әсәһе белеп ҡушҡандыр инде. Сөнки синыфташым башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып тора. Нисек, тиһегеҙме? Мәктәпкә көн дә төрлө-төрлө причёскалар менән килә. Уларҙы оҫта итеп …

Continue reading ‘Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…’ »

Күҙ теймәһен үҙенә

Шул тиклем дә алсаҡ, теремек бала булыр икән! Әле генә һинең менән танышып та ала, күп тә үтмәй, бытырлығын сығып, хәбәрен һөйләй ҙә башлай. Үҙенең белмәгәне юҡ тағы. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Фирзәлиә Ҡарамышева тураһында һүҙем.

Китапханаға сәйәхәт

2-се мәктәптең I «Д» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Лина Марс ҡыҙы Аверьянова менән район балалар китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы. Уның мөдире Ирина Борисовна Безрукова һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙар, малайҙарҙы йылы ҡаршы алып, китапхана фойеһы, уҡыу залы буйлап экскурсия ойошторҙо. Әкиәттәрҙән өҙөктәр уҡып, уҡыу­сыларҙың белемдәрен дә тикшереп өлгөрҙөләр. Балалар күпте белә икән. Һуңынан бергәләп йәнһүрәт ҡаранылар.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизә көтә. Бына, мәҫәлән, фотолағы мөләйем ҡыҙ Алһыуҙың ғаиләһендә лә яңыраҡ күңелле ваҡиға булды. Улар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Суперприз от!» акцияһында ҡатнашып, шәп бүләк – телевизор оттолар. Ғәбиҙуллиндар 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәншишмә»гә һәм район гәзите «Таң»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен нәшриәт йортона ебәрәләр. Акцияла бүләк отҡандарын белгәс, …

Continue reading ‘Гәзитле лә, бүләкле лә’ »