Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

2018 — Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы Донъяны матурлыҡ ҡотҡара, ти халыҡ. Ә минең уйлауымса, уны изгелек тә һаҡлай, ҡурсалай. Һәр кемдең ҡылған эше яҡшылыҡ менән тулы булһа, беҙ­ҙең донъябыҙ тағы ла яҡтыраҡ, бөтөнөрәк, тирә-яғыбыҙ таҙараҡ булыр ине. Шуға күрә лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылды илдә Ирекмәндәр йылы итеп иғлан итеүе бик дөрөҫтөр, тип һанайым.

Күңелле каникул көндәре

Бына көтөп алған Яңы йыл да килеп етте. Мәктәптәрҙә үткәрелгән Шыршы байрамдарынан һуң күңелле ҡышҡы каникул башланды. Уны һәр кем үҙенсә уҙғарырға тырыша. Ҡаланыҡылар ауылға ҡунаҡҡа ҡайтһа, ауылдыҡылар Өфөгә юлланды. Баш ҡалабыҙ ҡыш көнө бигерәк матур биҙәлә шул! Һоҡланып туймайһың!

Күмертауҙа бар бер шәп егет!

Арабыҙҙа талантлы тиҫтерҙәребеҙ бихисап. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡа­ҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Бөгөн мин һеҙҙе 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының XI cиныф уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов менән таныштырмаҡсымын. Ул беҙҙең Кесе Ҡоролтайҙы ла етәкләй, Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла. «Йыл уҡыусыһы – 2017» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең «Йәмәғәт эшмәкәрлеге» номинацияһы еңеүсеһе лә.

Өфөгә Кирилл Капризов килә!

Сит майҙанда бер-бер артлы ун уйын үткәреү, ай-һай, еңелдән түгелдер. Шуға ла юлаевсыларға «Динамо» (Рига), «Торпедо» (Түбәнге Новгород), «Северсталь» (Череповец) менән алышта ҡыйынға тура килде. Етмәһә, көн аралаш уйнарға кәрәк ине.

Әҙәп, бәхет бергә йөрөй

Һуңғы йылдарҙа эскелектең өлкәндәр араһында ныҡ таралыуы, улай ғына ла түгел, балалар һәм үҫмерҙәр алкоголизмы тигән төшөнсә барлыҡҡа килеүе бик аяныслы хәл. 15 – 16 йәшлектәрҙең республикала был хроник ауырыу буйынса иҫәптә тороуы ҡот осҡос бит. Кем ғәйепле һуң бында?

Оҫталыҡҡа ни етә?!

Бөрйән районының Байназар мәктәбе оҫтаханаһында эш бигерәк ҡыҙыу бара. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Уларҙың оҫта ҡулдарына күҙ генә теймәһен инде! Килеп сыҡмаған, белмәгәнерәк урындарын технология уҡытыусыһы Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағоловтан һорайҙар. Ә ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә тора. Һигеҙенсенән Искәндәр Науразбаев үҙенсәлекле генә итеп ултырғыс эшләй башлаған.

Файҙалы кәңәштәр

* Һуғанды капрон колготкиҙа һаҡлаһағыҙ, ул 8 айға тиклем боҙолмаҫ. *Туралған йәшел һуғанды туңдыр­ғыста пластик бутылкаларҙа тотоғоҙ. Тик һалыр алдынан уның ҡоро булыуын ҡарағыҙ. * Бөтә аҙыҡ-түлекте лә һыуытҡыс­ҡа һалырға тимәгән. Өйҙәге комната температураһында авокадо, абрикос, банан, һарымһаҡ, киви, ҡауын, һуған, груша, персик, слива, ананас, картуфты тоторға була. Ә һыуытҡыста – алма, еләк, брокколи, кәбеҫтә, …

Continue reading ‘Файҙалы кәңәштәр’ »

Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!

Әгәр ҙә минән: «Башҡорт эстрадаһында иң-иң яратҡан йырсың кем?» – тип һораһалар, уйлап та тормай, Сәйет Сәйетғәлин, тип яуап бирер инем. Йәш, матур, көслө тауышлы йырсы «Йәшлек шоу – 2016» республика йәштәр фестивалендә беренсе урын алғайны, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр дипломанты ла үҙе. Булмаһа, әйҙәгеҙ, уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Иң ҡәҙерле һүҙ

Донъяла иң матур һәм иң ҡәҙерле һүҙ – әсәй. Тыуғас та күҙҙәребеҙҙе асҡас, иң беренсе уның нурлы йөҙөн күрәбеҙ, наҙлы тауышын ишетәбеҙ. Минең әсәйем Ғәҙел ауылында тыуып үҫкән. Сибай медицина училищеһын тамамлағас, тыуған яғына фельд­шер итеп эшкә ебәрәләр. Был һөнәр кешеһе – ауыл халҡының беренсе ярҙамсыһы. Яғымлы тауышы менән ауырып ятҡандарға дәрт өҫтәй, һауығыуына ышаныс …

Continue reading ‘Иң ҡәҙерле һүҙ’ »