Ҡар бабайҙар күргең килһә…

Яңы йыл байрамын 82-се гимназия уҡыусылары ла ҙур уңыштар, яҡшы билдәләр, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Һәр бер синыф үҙҙәренең бүлмәһен байрамса биҙәне, тәҙрәләргә төрлө төҫтәге ҡағыҙҙар­ҙан ҡар бөртөктәре, төрлө хайуан, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары төшөрөлдө. Хатта уҡытыусылар ҙа үҙ фантазияһын күрһәтергә тырышты.

Яңы исемдәр асыла

Яңыраҡ Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла «Талант­тар – 2017» конкурсы уҙғарылды. Ул үҙе бер ҙур тамашаға әүерелде, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Һәләттәре менән балҡып торған, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡандар бихисап ине. Финалға үтеүсе ҡыҙҙар, малайҙар сағыу номерҙар күрһәтте, тамашасыларҙы ныҡ һөйөндөрҙө.