«Тарих яҙабыҙ»

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ошо юбилей айҡанлы һеҙҙең өсөн яңы конкурс ойошторорға булдыҡ, ҡәҙерле уҡыусылар. Тыуған еребеҙҙә һәр тау, һәр йылға һәм күл тарих һөйләй. Был уларҙың атамаларында сағылыш тапҡан. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, ауылығыҙҙағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме? «Тарих яҙабыҙ» тип аталасаҡ был конкурс. Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихын …

Continue reading ‘«Тарих яҙабыҙ»’ »

Дуҫтар менән күңелле

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа, Ниндәй саф һауа, саф һауа. Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ, Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ. Был малайҙар тап шулай тип йырлайҙарҙыр, моғайын. Сөнки көн һыуыҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп тышта уйнайҙар, сана, саңғы шыуа­лар, йылғала боҙҙа йөрөйҙәр. Биттәре алланған. Саф һауа килешкән үҙҙәренә. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Вилнур Ҡоҙашев Йылайыр районының Ҡаш­ҡар ауылынан туғандарына ҡунаҡҡа …

Continue reading ‘Дуҫтар менән күңелле’ »

Ауылда рәхәт икән!

Ауылда ял итеүгә барыбер бер ни ҙә етмәй. Кинәнеп тышта уйнайһың, рәхәтләнеп ҡарҙа аунай­һың. Өләсәйҙәр ҙә әрләп бармай. Биттәр алла­нып, бейәләйҙәр еүешләнеп, шаҡылдап туңып, әллә күпме йөрөгәс кенә ҡайтып инәһең. Ә өләсәйҙең өҫтәл тулы ризығы менән тәмле сәйе әҙер генә тора. Эльдар менән Айҙар Мәхмүтовтар ҙа Ғәбдүктә (Белорет районы) йәшәгән Әҡлимә өләсәһе менән Рәмил олатаһында …

Continue reading ‘Ауылда рәхәт икән!’ »

Иң яҡыны – «Йәншишмә»!

Гәзитте ниндәй генә бала уҡымай. Хатта ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарап сыға. Ни өсөн? Сөнки балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» матур ғына түгел, ҡы­ҙыҡлы ла. Уның биттәрендә файҙалы нәмәләр бик күп. «Тәбиғәт мөйөшө», «Ғаилә усағы», тиҫтерҙәремдең ижад емештәре баҫылған «Илһам» рубрикалары мауыҡтыр­ғыс. Ә уҡыусыларҙың һүрәттәре һуң, ысын рәссамдарҙыҡынан кәм түгел! Миңә лә бик күп баҫмалар …

Continue reading ‘Иң яҡыны – «Йәншишмә»!’ »

Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ

Уҙған йылдың 18 декабрендә, тауыш биреүгә теүәл өс ай алдан, рәсми рәүештә Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы башланып китте. Фе­дерация Советының «Российская газета» баҫмаһында сыҡҡан 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙар уҙғарыу тураһындағы ҡарары уға старт бирҙе. Һайлауҙар Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә яңынан ҡушылыуына дүрт йыл тулыу менән тап килә.

Музейҙа белерһең күпте

Ҡышҡы каникулды минең кеүек һәр кем дә көтөп алғандыр. Көндәрҙең һыуыҡлығына ҡарамай, ҡус­тым менән икәүләп ялыбыҙҙың һәр мәлен файҙалы, күңелле итеп үткәрергә тырыштыҡ. Саңғы шыу­ҙыҡ, киноға барҙыҡ. Баймаҡ районындағы Йән­йегет ауылына өләсәйем менән ҡартатайым янына ҡунаҡҡа ла ҡайтып кил­дек. Ә иң иҫтә ҡалғаны баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Шә­һит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейына сәйәхәт булды.

Онотолмаҫ осрашыу

Йылғалар – шишмәләрҙән, оло юлдар һуҡмаҡтарҙан башланған кеүек, ҙур эштәр ҙә кескәй хыялдарҙан барлыҡҡа килә. Атайым да, әсәйем дә, үҙҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булғанға күрәлер, мине матур итеп һөйләшергә, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Бәләкәй саҡтан шиғыр, мәҡәләләр яҙыштыра тор­ғайным. Башланғыс синыф уҡытыусыларым Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаева менән Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы Сәлимова һүҙ сәнғәтенең …

Continue reading ‘Онотолмаҫ осрашыу’ »

Бүләк алып ҡыуандылар

«Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән беҙҙең мәктәптә лә матур осрашыу булып үтте. Уҡыусылар баш ҡала ҡунаҡтарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һәләттәрен күрһәтте: шиғырҙарын уҡыны, ә Айнур Әхмәтов дәртләнеп бейеүгә төштө. Мәктәп директоры Фәнүр Садиҡов, уҡытыусылар Зимфира Ғүмәрова, Рима Мырҙина, Дилара Әхмәтова, Рәшиҙә Хәйҙәрова уҡыусыларға матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләр менән танышып барырға, балаларҙың үҙҙәрен дә яҙышып торорға өндәне.

Үлемһеҙ халыҡ ижады

Мәктәптә эшләгән йылдарҙан әле илле йыллап ғүмер уҙһа ла, һағынып һөйләрлек хәл-ваҡиғалар байтаҡ. Бына шуларҙың береһе хаҡында ғына яҙып үтмәксемен. 1968 – 1970 йылдарҙа беҙ тормош иптәшем Клара Ғүмәр ҡыҙы менән Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә уҡыттыҡ. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡына эшләп йөрөгән саҡ. Дәрт ташып тора, ваҡыт күп, уй-хыялдар етерлек. Әҙәби түңәрәк ойоштороп, …

Continue reading ‘Үлемһеҙ халыҡ ижады’ »

Беренсе тур

2018 йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙыл­ғандар өсөн «Серле шаҡмаҡтар» конкурсын дауам итәбеҙ. Ул ғинуарҙа башланып, май аҙағына тиклем барасаҡ. Һеҙгә, йәш шахматсылар, тағы ла 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк. Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназия уҡыу­сылары, шахмат түңәрәктәрендә шө­ғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Еңеүселәр­гә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ. Яуаптарығыҙҙы ебәргәндә исем-фамилияғыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡығанығыҙҙы, тулы адресығыҙҙы …

Continue reading ‘Беренсе тур’ »