Маъмайҙарға тоғролоҡ хас

Яңы йылға аяҡ баҫырға ла һынаулы ғына көндәр ҡалып килә. Әйтергә кәрәк, Әтәстән күбебеҙ ҡәнәғәт ҡалды. Һәйбәт йыл булды, бер ҙә һынатманы. Ләкин һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, тәхеткә ултырыу хоҡуғын Эткә тапшырырға кәрәк. Көнсығыш календары буйынса һары ер Эте йылын ҡаршылаясаҡбыҙ. Йондоҙнамә белдереүенсә, ул бик матур килмәксе. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңырһығыҙ. Бигерәк тә яңғыҙаҡтарға …

Continue reading ‘Маъмайҙарға тоғролоҡ хас’ »

Ярай әле Тарзан булған

Әтәс йылы беҙгә бик күп уңыштарға ирешергә яр­ҙам итте, ул шуныһы менән ҡыуаныслы булды ла инде. Ә мин үҙем әллә күпме яңы кешеләр менән таныштым, дуҫлаштым, туғандарым, ғаиләм йылды имен-аман үткәрҙе. Яратҡан «Йәншишмә»мдә мәҡәләләремдең баҫылып сығыуы һөйөндөрҙө, мәктәбем уҡыусылары бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Һәйбәт йыл булды минең өсөн. Ә бына тиҙҙән Эт …

Continue reading ‘Ярай әле Тарзан булған’ »

Уй-хыялдар тормошҡа ашһын!

Үтеп барған Әтәс йылы минең өсөн бик ҡыуаныслы, уңышлы йыл булды. Күптәнге хыялым – Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға инеү теләге тормошҡа ашты. Минең өсөн иң әһәмиәтле мәл башланды: яңы мәктәп, яңы уҡытыусылар, яңы дуҫтар. Әлеге көндә ошо белем усағында һәйбәт кенә уҡып йөрөйөм.

Башҡорт солоҡ ҡорто

Йәшкелтем бал балғалаҡта – Әйтерһең дә, мөлдөр-мөлдөр, Мең-мең кәрәҙ күҙгә баға… Бер балғалаҡ балды йыйыр өсөн күпме тапҡырҙар оса сәскәле болондарға кескәй бал ҡорто?! Ундай уңғанлыҡ һәм фиҙаҡәр тырышлыҡ ҡырмыҫҡала ғына барҙыр, булһа ла. Башҡорт солоҡ ҡорто – Тыуған илебеҙ данын донъяға еткергән тере хазина ул. Солоҡсолоҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың милли кәсебе булған. Йөҙйәшәр ҡарағастарҙы ҡыуышлап …

Continue reading ‘Башҡорт солоҡ ҡорто’ »

Еңеүсе булып һөйөндөм

Мораҡтағы балалар ижады үҙәгендә йыл һайын «Ҡыш бабайҙан оҫтахана»тигән конкурс уҙғарыла. Унда ебәрелгән уңышлы эштәр район хакимиәте ойоштор­ған Шыршы байрамында инвалид балаларға бүләк ителә. Беҙ, ырғаҡ һәм энә менән бәйләүселәр түңәрәгенә йөрөүселәр, был бәйгелә әүҙем ҡатнашабыҙ.

Минең бишенселәрем

Был уҡыу йылында мин бишенсе синыф уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытам. Улар – Эт йылында тыуған балалар. Йондоҙнамәлә улар хаҡында: «Тыйнаҡ, иғтибарлы, шаян, батыр, ярҙамсыл, кешелекле, ышаныусан, һиҙгер», – тип яҙылған. Был сифаттар барыһы ла минең V «В» синыф уҡыусыларыма тап килеп кенә тора.

«Бирешмә»

Йәштәр өсөн төшөрөлгән ошондай исемдәге тәүге баш­ҡортса сериалды ҡарап, бөтәгеҙ ҙә оло кинәнес алып ултыраһығыҙҙыр, эйеме? Был бит нәҡ беҙҙең турала, тиһегеҙме? Ҡайһы саҡта ана шулай атай-әсәйҙәр менән ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килмәй ҙә ҡуя. Был фильмда ла IX синыфты тамамлаған дүрт үҫмер: Данир, Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә аттестат алғас, сәнғәт колледжына уҡырға инергә теләй. Ни тиһәң дә, …

Continue reading ‘«Бирешмә»’ »

Аҙна һайын – отош

Был аҙнала еңеүселәр кемдәрме? Йылайыр районы Яман­һаҙ ауылынан Мәжит Солтанов. Ул салат һауыты отто. Икенсе еңеүсебеҙ – Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Ғәзинур Иҙрисовҡа плед сыҡты. Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Бүләктәр «Йәншишмә»не хәтерләтеп тор­һон! Ҡәҙерле дуҫтар, 2017 йыл да аҙағына яҡынлаша. Тимәк, подписка тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды, тигән һүҙ. Ә беҙ киләһе йылда дуҫтарыбыҙҙың …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Кремль Шыршыһы көтә

26 декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ Шыршы байрамына республикабыҙҙан 114 уҡыусы бара. Бындай бәхет уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына тәтене. Төп Яңы йыл тантанаһына юлланыусылар араһында шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының улдары, ҡыҙҙары ла бар. Кремль һарайында …

Continue reading ‘Кремль Шыршыһы көтә’ »

Һай, егеттәрҙең аҫылдары!

Тағы ла бер йыл менән хушлашабыҙ. Күңелгә нисектер бер аҙ моңһоу ҙа булып китә. Әтәс йылында булған ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни үткәндәрҙе барлайбыҙ. Киләһе Эт йылы имен-аман килһен, тип яҡшыға өмөтләнәбеҙ.