Ҡыш бабай бүләктәре

Яңы йыл яҡынайған һайын Әтәс нығыраҡ борсолдо. Эштәре Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ бит. Ни тиһәң дә, йыл хужаһы булыу еңелдән түгел икән шул. Хәҙер Эт алдында яуап тоторға кәрәк. «Бөтә эште миңә ҡалдырған­һың», – тип бәйләнерлек булмаһын. Юғиһә, ләүкелдеге сыға торған. Әтәс йәһәт кенә «Йәншишмә»нең йыллыҡ төпләмәһен ҡарап сыҡты. Матур эшләгәнбеҙ икән, тип ҡуйҙы. Географиябыҙ …

Continue reading ‘Ҡыш бабай бүләктәре’ »

Тиҙерәк ет, Яңы йыл!

Яңы йыл байрамы әкиәт мөғжизәһенә оҡшаш. Бәләкәйҙән шатланып-ҡыуанып Ҡыш бабайҙы көтөп алабыҙ. Шыршы аҫтынан бүләктәр алабыҙ. Сыр-сыу килеп сана шыуабыҙ, ябалаҡлап яуған ҡар бөртөгөнә ҡарап һөйөнәбеҙ.

Байрам түрендә – Шыршыҡай

Йыл һайын республика Башлығы Шыршыһын уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ул, ҡыҙҙары ҡатнаша. Быйыл баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған байрамды 780 уҡыусыға күреү бәхете тейҙе.

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!

Уҙып барған йылда республикала туған телгә бәйле саралар күп уҙҙы. Телебеҙҙең киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы икәнен, ниһайәт, аңланыҡ, буғай. Башҡорт телен йәшәтергә, киләһе быуындарға шул килеш тапшырырға бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн үҙ-ара туған телдә аралашырға, интернетта башҡортса яҙышырға кәрәк. Улай ғына ла түгел, ижад итергә, фильмдар төшөрөргә, башҡорт теленең абруйын күтәрергә тейешбеҙ.

Бер ҙә һынатҡы килмәй

Мәктәбебеҙҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәби­ғәт биләмәләре йылын йомғаҡлап, башланғыс синыфтар араһында бик күңелле һәм файҙалы кисә үтте. Был сараның төп маҡсаты, берҙән, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, икенсе яҡтан, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ине.

Яҡшембәттән – яҡшы кәйеф менән!

Бәй-бәй! Ҡыш бабай бүләктәрен өләшә инде әллә? Ана, тоғон күтәреп Көйөргәҙе районының Яҡшембәт мәктәбендә йөрөп ята. Приздары ла етерлек кенә күренә. Ни эшләп юлын был тарафтарҙан башлаған тиһәк, әлеге белем усағында уҡыусылар «Йәншишмә»гә күпләп яҙылған икән. 2018 йылдың ярты йыллығында 30-ҙан ашыу бала гәзитте алдырып уҡыясаҡ. Һай, афариндар!

Эт йылынан нимә көтөргә?

Сысҡандар өсөн был йыл сағыу һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Эшегеҙҙә (уҡыуығыҙҙа) уңыштар көтөлә. Яңы һәләттәрегеҙ асылырға мөмкин. Үгеҙҙәргә шатлыҡлы һәм тыныс көндәр вәғәҙәләй. Шулай ҙа ялҡауланмағыҙ. Эттәр тырыштарҙы ярата. Яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Юлбарыҫтарға сәләмәтлектәренә ҙур иғтибар бүлергә һәм спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Үҙаллылыҡҡа ынтылығыҙ, йондоҙҙар – һеҙҙең яҡта. Ҡуяндарға (Бесәй) ижади асыштар өсөн ҡулай …

Continue reading ‘Эт йылынан нимә көтөргә?’ »

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Өр-яңы йыл килә. Йондоҙ кеүек балҡып, күңелдә яңы уй-хыял, теләк, яңы өмөттәр ҡабына. Эт йылы тыуыр алдынан илаһи бер мөғжизә тыуыр кеүек. Ә бәлки… Булыр ҙа. Уйламағанда, көтмәгәндә генә. Һәр кем быға ышана, өмөтләнә. Байназарҙан Зилиә Буранбаева менән Сәлимә Дәүләтшиналар ҙа…