«Бирешмә»

Йәштәр өсөн төшөрөлгән ошондай исемдәге тәүге баш­ҡортса сериалды ҡарап, бөтәгеҙ ҙә оло кинәнес алып ултыраһығыҙҙыр, эйеме? Был бит нәҡ беҙҙең турала, тиһегеҙме? Ҡайһы саҡта ана шулай атай-әсәйҙәр менән ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килмәй ҙә ҡуя. Был фильмда ла IX синыфты тамамлаған дүрт үҫмер: Данир, Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә аттестат алғас, сәнғәт колледжына уҡырға инергә теләй. Ни тиһәң дә, …

Continue reading ‘«Бирешмә»’ »

Аҙна һайын – отош

Был аҙнала еңеүселәр кемдәрме? Йылайыр районы Яман­һаҙ ауылынан Мәжит Солтанов. Ул салат һауыты отто. Икенсе еңеүсебеҙ – Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Ғәзинур Иҙрисовҡа плед сыҡты. Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Бүләктәр «Йәншишмә»не хәтерләтеп тор­һон! Ҡәҙерле дуҫтар, 2017 йыл да аҙағына яҡынлаша. Тимәк, подписка тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды, тигән һүҙ. Ә беҙ киләһе йылда дуҫтарыбыҙҙың …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Кремль Шыршыһы көтә

26 декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ Шыршы байрамына республикабыҙҙан 114 уҡыусы бара. Бындай бәхет уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына тәтене. Төп Яңы йыл тантанаһына юлланыусылар араһында шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының улдары, ҡыҙҙары ла бар. Кремль һарайында …

Continue reading ‘Кремль Шыршыһы көтә’ »

Һай, егеттәрҙең аҫылдары!

Тағы ла бер йыл менән хушлашабыҙ. Күңелгә нисектер бер аҙ моңһоу ҙа булып китә. Әтәс йылында булған ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни үткәндәрҙе барлайбыҙ. Киләһе Эт йылы имен-аман килһен, тип яҡшыға өмөтләнәбеҙ.

«Йәншишмә»нән күңелдәргә йәм күсә

Хөрмәтле ата-әсәләр! Үҙемдең дә бала һәм үҫмер саҡтарым иҫкә төшөп китте лә гәзит аша һеҙгә өндәшеп ҡарарға булдым әле. Һүҙем мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус баҫма – «Йәншишмә» гәзите тураһында. Һәм ул ғына ла түгел. Исеменән үк моңло шишмә сыңы ишетелеп торған был тылсымлы балалар гәзитен әгәр алдырһағыҙ, өйөгөҙгә ул мотлаҡ ҡот, бәрәкәт һәм шатлыҡ …

Continue reading ‘«Йәншишмә»нән күңелдәргә йәм күсә’ »

Йәш һөнәрмәндәр ярышты

Был донъяла һәр кешенең дә күңеленә ятҡан шөғөлө була. Кемдер бейергә, йырларға яратһа, икенселәр ҡул эштәренә маһир. Тап ошондай оҫта ҡуллы ҡыҙҙар беҙҙең Байназар мәктәбендә уҡый. Әҡлимә Мансурова – VIII, Зәлиә Алтынбаева X синыфта белем ала.

Бөйөк мәғрифәтсегә арнап

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап баш ҡалабыҙҙың 107-се лицейында башҡорт теле байрамы үтте. Сағыу сара иртән иртүк мәктәп фойеһында башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Һибәт ҡыҙы Яҡшыбаева уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен башҡорт телендә сәләмләп ҡаршы алды. Ә Өфө сәнғәт училищеһе студенты Илһам Үлмәҫҡоловтың өҙҙөрөп ҡурай­ҙа уйнауы байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе.

Ҡанун бөтәһе өсөн дә бер

Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, тиһәләр ҙә, суд, юриспруденция, конституция, кодекс кеүек төшөнсәләр бик аңлайышһыҙ кеүек тойола һәм беҙгә уларҙың ҡағылышы ла юҡ һымаҡ. Күптәр һәр бер аҙымыбыҙ, ҡылған эшебеҙ – бөтә тормошобоҙ ниндәйҙер ҡанундар менән тәртиптә тотолғанын аңлап етмәй. Мәҫәлән, кеше урам буйлап китеп барғанда ла, хоҡуҡ күҙлегенән йәйәүле булып тора һәм ул светофорҙың ҡыҙыл төҫө …

Continue reading ‘Ҡанун бөтәһе өсөн дә бер’ »

Илап ҡаршы алғайны, йырлап оҙатып ҡалды

Минең ғаиләм Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Йәйге каникулымды Тәтешле районының Гәрәбаш һәм Аҡсәйет ауылдарында үткәрергә яратам. Унда олатай­ҙарым менән өләсәйҙәрем бар. Беҙ уларға бесән әҙерләргә ярҙамлашабыҙ. Үткән йәйҙе лә ауыл һауаһы һулап уҙғарҙыҡ һәм, әлбиттә, «бесән операцияһы»нан да ситтә ҡалманыҡ. Ундағы бер көнөбөҙҙө яҙып үтмәксе булдым әле.

Нимә ул экобокс?

Рәсәйҙә Президент указы менән 2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителгәйне, ә Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы булараҡ билдәләнде. Исемле йыл уңайынан хәл ителәһе төп маҡсаттар булып, һәр кешене экологик өлкәләге проблемалы һорауҙарға йәлеп итеү һәм илебеҙҙәге экологик хәүефһеҙлек торошон яҡшыртыу торҙо. Ә иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – ҡый ҡалдыҡтарының күпләп өйөлөүе. …

Continue reading ‘Нимә ул экобокс?’ »