Өсөнсө тур

Туғыҙынсы мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg2, Сf4, Ке3, пg4 (4 фигура), ҡаралар – Крһ4, ппһ6, һ7 (3 фигура). Мәсьәләнең авторы – С. Яцкевич. Миниатюра тәүге тапҡыр 1861 йылда баҫылып сыға.

Бәләкәйҙән тәрбиә алдым

Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә, Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә. Рәшит ШӘКҮР. Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған баш­ҡорт телендә асылған. Бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, легендаларҙы тыңлап үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъянан китеп барҙы. Өләсәйем тәрбиәһе, һабаҡтары минең тормошомда ҙур роль уйнай. Әсәйем татар ҡыҙы булһа ла, баш­ҡорт телен бик хөрмәт итә. Беҙ …

Continue reading ‘Бәләкәйҙән тәрбиә алдым’ »

Туған телгә һөйөү уяталар

Дүртөйлөләге 6-сы балалар баҡсаһында Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, халҡы, унда йәшәүсе милләттәрҙе өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Беҙҙә башҡорт теле буйынса «Ҡояшҡай» түңәрәге лә эшләй. Алһыу Рәдис ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә кескәйҙәр туған телебеҙҙә матур, дөрөҫ итеп һөйләшергә өйрәнә, башҡорт халыҡ әкиәттәре, йолалары, уйындары менән таныша, тасуи­ри уҡыу күнекмәләренә төшөнә. Беҙҙең баҡсаның ишеге һәр кем өсөн …

Continue reading ‘Туған телгә һөйөү уяталар’ »

«Балаларға – автокресло!»

Шуныһы күңелде борсой: руль артында ултырыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында бер ғәйепһеҙ балалар һәләк була. 2017 йылда республикабыҙҙа 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында 447 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ун­да 13 баланың ғүмере өҙөлгән, 466-һы тән йәрәхәттәре алған. Үткән йылға ҡарағанда, фажиғәләр 6,2 процентҡа артҡан.

Байрамға әҙерләнәбеҙ

Баш ҡалабыҙҙың 50-се балалар баҡсаһындағы 10-сы төркөм кескәйҙәре менән мәж килеп Яңы йылға әҙерләнәбеҙ. Бергәләп дәртле йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Балалар уларҙы бик тиҙ отоп ала. Үҙҙәренә өс йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, бигерәк йыр-бейеүгә оҫталар.

Ҡыш бабай бүләге

Бер мәл башҡорт Ҡыш бабайы мамыҡ юр­ғанға төрөнгән серле урманға һоҡлана-һоҡлана китеп бара икән. Зәңгәр күктә көмөш ай йылмая, һауанан йымылдашып йондоҙ-ҡарҙар һибелә. Ҡапыл уның ҡаршыһына ашығып сапҡан Ҡуян менән Тейен килеп сыҡҡан. – Ҡайҙа былай ҡабаланаһығыҙ, балаҡайҙар, арып бөткәнһегеҙ бит? – тип һорай Ҡыш бабай. – Беҙҙе уҫал Бүре ҡыуып килә, олатай. Арта­бан ҡасырлыҡ …

Continue reading ‘Ҡыш бабай бүләге’ »

«Аҡмулла шишмәһе» ҡоромаһын!

Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп, Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул. Быуаттарҙан алып быуаттарға Нурҙар сәсеп торор ир бит ул. Рәшит ШӘКҮР. Яҡтылыҡ йырсыһы Аҡмулла мәңге халыҡ күңелендә. Йыл һайын республика, район кимәлендә «Аҡмулла уҡыуҙары», «Аҡмулла вариҫтары», «Аҡмулла шишмәһе» кеүек бәйгеләр үткәрелеп тора. Уларҙан беҙҙең тамъян-таймаҫтар ҙа ситтә ҡалғаны юҡ. Мәктәбебеҙҙә бөйөк мәғрифәтсегә арналған …

Continue reading ‘«Аҡмулла шишмәһе» ҡоромаһын!’ »