Әлдә һин бар әле донъяла!

Ер йөҙөндә күпме генә әсә булмаһын, кешегә үҙенеке иң һәйбәте һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр ҙә осрай. Бына беҙҙе лә, 3 ҡыҙҙы, әсә тәрбиәһенә, һөйөүенә мохтаж булған ауыр ваҡытта Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, үҙ балаларындай яҡын күреп, ғаиләләренә алғайны. 10 йыл да уҙып киткән. Үҙҙәренең бер …

Continue reading ‘Әлдә һин бар әле донъяла!’ »

Хөрмәт менән иҫкә алабыҙ

Олатайым Ән­үәр Мөжә­һит улы бәлә­кәй­ҙән үк эшләй башлаған. Ул ата­һына яр­ҙам ите­шә һәм йәше еткәс, әр­ме сафына баҫа. Өс йылдан һуң һал­дат хеҙмәтенән ҡайт­ҡас, Ҡа­ҙағстанға шахтёр булып эшкә ки­тә. Унда өс йыл бу­йы тир түгә.

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып

Етмеш саҡрым яҡын ер түгел, Бер осрашыр өсөн килдек беҙ. Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған… ЙЫРҘА шулай 70 саҡрым яҡын ер түгел, тип йырланһа ла, беҙгә 300 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделмәмбәт ауылына барып, көнөндә кире әйләнеп ҡайтыу ҙа бер ни түгел. Эйе, заманалар ҙа икенсе шул хәҙер. Еңел автомобилдә үткән тигеҙ, …

Continue reading ‘Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып’ »

Балалар баҡсаһында – «Ҡаҙ өмәһе»

Беҙ ата-бабаларҙан ҡал­ған изге йолаларыбыҙҙы яңынан тергеҙергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ. Улар – милләттең рухи байлығы, сәнғәте һәм мәҙәниәте, тәрбиә, әҙәплелелек сығанағы, кешелә ғорурлыҡ, яуаплылыҡ той­ғоһо, татыулыҡ, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй. Шулай булғас, бәләкәй балаларҙы үҫтергәндә халыҡ йолаларын ҡулланыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ хал­ҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын белгән бала, һис шикһеҙ, тәрбиәле, аҡыллы, халҡына, иленә …

Continue reading ‘Балалар баҡсаһында – «Ҡаҙ өмәһе»’ »

Шәжәрә – киләсәккә тәҙрә

Исмаил мәктәбендә йыл һайын Шәжәрә байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл I «А» синыфы уҡыусылары өсөн дә айырым уҙғ­ар­ҙыҡ. Байрамға әҙерлек алдан уҡ башланды, балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп ете быуынын өйрәнеп, шәжәрәһен төҙөнө. Уны ниндәй генә итеп яһамағандар: алмағас, имән ағас­тары, сәскә рәүешендә лә.

Активисты ОНФ в Республике Башкортостан поделятся опытом на «Форуме Действий» Народного фронта

Активисты Общероссийского народного фронта в Республике Башкортостан намерены поделиться лучшими практиками в своем регионе по решению актуальных проблем граждан на «Форуме Действий» ОНФ «Россия устремленная в будущее», который состоится 18-19 декабря в Москве. Регион на итоговом форуме Народного фронта представят сопредседатели регионального штаба ОНФ, координаторы приоритетных проектов ОНФ и «Молодежки ОНФ», руководитель регионального исполкома ОНФ …

Continue reading ‘Активисты ОНФ в Республике Башкортостан поделятся опытом на «Форуме Действий» Народного фронта’ »

Матурлыҡты һаҡлай ҙа беләйек!

Донъялағы бөтә тереклектең дә матурлығы, һөйкөмлөлөгө бар. Мәҫәлән, ҡояшлы көнгә, хуш еҫле сәскәләргә, күҙҙең яуын алырҙай тәбиғәт күренештәренә беҙ һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Ниндәй генә миҙгел булмаһын – ҡояшлы йәйме, ҡарлы-буранлы ҡышмы – тәбиғәтебеҙ үҙенең матурлығын һис тә юғалтмай. Ләкин гүзәллеккә һоҡланыу ғына етмәй, уны һаҡлай, яҡлай ҙа белергә кәрәк.

Fаиләбеҙ ҡомартҡыһы

Башҡорт теле дәресендә ҡомартҡы тураһында һөйләштек. Уҡытыусыбыҙ Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы Кәлиева өйҙә «Ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы» тигән темаға инша яҙып килергә ҡуш­ҡайны. Беҙ һәр беребеҙ иң ҡәҙерле әйбер тураһында тырышып яҙҙыҡ һәм бер нисә эшебеҙҙе яратҡан гәзитебеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.

Гүзәл бейеклектәр яулай

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе күп йылдар инде уңышлы эшләп килә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында хәҙер ил һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа Башҡортостандың спорт данын яҡлап, пьедестал­дың иң юғары баҫҡысына күтәрелгән йәш таланттар ҙа күп кенә. Шуларҙың бере­һе – 20-се урта мәктәптең IX синыфында уҡыған Гүзәл Әхмәтгәрәева. Ул 13 йәшендә үк спорт мастерлығына кандидат булып өлгөргән. …

Continue reading ‘Гүзәл бейеклектәр яулай’ »

Иң-иңе – Максим!

«Мин – патриот» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған «Минең ҡәҙерле тыуған төйәгем» интернет-конкурсы тикшеренеү, әҙәби һәм мультимедия йүнәлештәрендә үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.