Гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө

Ҡәҙерле дуҫтар! 1-енән 10 декабргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ. Ун көнлөк барышында гәзиттең индексы – П2765. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 408 һум.

Аҙна һайын – отош

Шулай итеп, был акция аҙағына ла етеп килә. Уйында ҡатнашырға теләүселәрҙән аҙна һайын хаттар килеп тора. Бәхетлеләр гәзитле лә, бүләкле лә булып өлгөрҙө. Өлгөрмәгәндәргә лә ҡайғырырға түгел. Алда бындай уйындар тағы ла ойошторолор әле. Гәзитебеҙ генә йәшәһен. Ә был аҙнала иһә бокалдар йыйылмаһы Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан – Әлфиә Йәнтүринаға, сәй бешерә торған сәйнүк Белорет …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Тағы ла бер кадет синыфы!

Баш ҡаланың 116-сы мәктәбендә, 96-сы лицейҙа ла «Йәш ҡотҡарыусы» программаһы буйынса уңышлы белем алалар. Инде бына 157-се мәктәптә лә кадет синыфы барлыҡҡа килде. Унда йыйылған тәүге 25 ҡыҙ һәм егет мәртәбәле ҡунаҡтар алдында хәрби ант ҡабул итеп, погондар алды. Йәш кадеттарға байраҡ тапшырыу ҙа тантаналы шарттарҙа үтте.

Күңелле йәшәйбеҙ

Ҡайһы бер мәктәптәр­ҙә «Йән­шишмә» гәзитенә синыфтары менән яҙылыусыларҙы күреп, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдыҡ. Яңы йылдан барыбыҙҙың да, шул иҫәптән синыф етәксебеҙ һәм тәрбиәсебеҙҙең дә, өйөнә яратҡан баҫмабыҙ килә башлаясаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән гәзиттең эстәлеге, тышҡы биҙәлеше, үткәрелгән конкурстар бик оҡшай. Беҙҙең тәҡдимде Әсәй­ҙәр көнөндә үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» шиғырҙар бәйгеһенә саҡырылған ата-әсәләр ҙә …

Continue reading ‘Күңелле йәшәйбеҙ’ »

Байрамға – 115 мең шыршы

Республикабыҙҙа «Шыршы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Был сара йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатынан үткәрелә. Операция барышында урмансылар полиция менән берлектә рейдтар үткәрә. Ә һалым хеҙмәткәрҙәре менән шыршы баҙарында тикшереүҙәр алып бара. Халыҡ араһында яһалма шыршыға өҫтөнлөк биреүселәр һаны арта, шуға урман хужалыҡтарына план кәметелде, быйыл 115 мең төп шыршы әҙерләү бурысы …

Continue reading ‘Байрамға – 115 мең шыршы’ »

Әҙәби мәктәп буласаҡ

Ул федераль грант ярҙамында ғәмәлгә ашырыласаҡ. Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев белдереүенсә, «Әҙәби Башҡортостан» проекты һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, әҙәбиәткә йәш көстәрҙе йәлеп итеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.

Бушлай экскурсия ойошторола

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн Өфө буйлап экскурсия ойоштороласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына мәғариф-туристик маршрут әҙерләргә ҡушты. Унда төрлө райондар һәм ҡалаларҙа йәшәгән балалар баш ҡалалағы иҫтәлекле урындарға бара, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары менән яҡындан таныша аласаҡ. Бынан тыш, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса «Рәсәй – минең тарихым» музейына мәктәп …

Continue reading ‘Бушлай экскурсия ойошторола’ »