Байназарҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын!

Дуҫтар менән күрешеп, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә һуң?! Йылы аралашыуҙан үҙебеҙгә илһам, матур тәьҫораттар алып ҡайтабыҙ. Байназар мәктәбендә булғандан һуң да күңел тағы күтәрелеп китте. Шулай булмай ни, тиҫтерҙәрен йөкмәткеле мәҡәлә-хәбәрҙәре менән һөйөндөргән Сәлимә Дәүләтшина һәм Зилиә Буранбаевалар уҡый бит ул бында! Яҙғандарын һеҙ ҙә ҡарап бараһығыҙҙыр әле.

Наҙым да һин, зарым да һин

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин! Һығылма бил тал сыбыҡтай наҙлы ла һин! Аллы-гөллө гөл-сәскәләй нәфис тә һин! Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле! – тип яҙа үҙенең шиғырында яратҡан яҙыусым Зәйнәб Биишева. Эйе, донъялағы иң моңло һәм иң гүзәл тел ул минең туған телем! Башҡорт теле! Ниндәй ғорур яңғырай! Йырҙарҙа данлап йырланған, шиғырҙарҙа маҡтап …

Continue reading ‘Наҙым да һин, зарым да һин’ »

Үҙең бәйләгән әйбер – матур бүләк

Бындай күҙҙең яуын алырлыҡ, һоҡланғыс уйынсыҡтарҙы тыуған көндәргә, байрамдарға бүләк итеүе лә ҡыуаныслы. Ҡыш бабай бүләге итеп бирһәң дә, ниндәй шәп буласаҡ. Мораҡтағы балалар ижады йортонда энә һәм ырғаҡ менән бәйләү түңәрәгенә йөрөүселәр нәҡ шулай эшләргә йыйына ла. Уның етәксеһе Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова балалар менән бар күңелен биреп эшләй. Шуға беренсенән унынсы синыфҡа тиклем …

Continue reading ‘Үҙең бәйләгән әйбер – матур бүләк’ »

«Эт» бутерброды

Был бутербродты йәшел салат япрағы өҫтөнә эшләйбеҙ. Тостер икмәгенә май һөртәбеҙ, уның өҫтөнә шаҡмаҡ сыр киҫәге һалабыҙ. Эттең кәүҙәһе, башы, аяҡтары, ҡойроғо бешерелгән колбасанан әҙерләнә. Ҡолағы менән өҫтөндәге төртөк­тәр – ярым ыҫланған кол­басанан. Күҙе, танауы – зәйтүн емешенән, ҡашы йәшел укроптан яһала.

«Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул, бәхет өсөн миңә һин кәрәк!»

Әсәйемдең исеме – Айһылыу. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Аш-һыуға бик оҫта, бигерәк тә манты, ҡаҙаҡ һалмаһы, билмән, ҡоймаҡ, төрлө бәлештәрҙе тәмле бешерә. Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Айтуған КИЛДЕБАЕВ.

Башҡорт әҙәбиәтендә әсә образы

Йырҙарҙа йырланған, эпостарҙа данланған мөһабәт тауҙары, ҡуйы ҡалын урмандары, тулы һыулы йылғалары менән дан тотҡан йәмле Башҡортостандың Белорет районында донъяға килгәнмен. Ә тыуған ауылым ошо ерҙең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил итә. Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай-әсәй йорто һәр саҡ йөрәк түрендә, һәр саҡ үҙенә тарта. Миндәге булған бөтә изге нәмә лә тыуған …

Continue reading ‘Башҡорт әҙәбиәтендә әсә образы’ »

Фермер йә эшҡыуар булыр әле

Яңы Усман ауылынан V синыф уҡыусыһы, «Бәйләнештә» селтәрендә «Тәбиғәт мөйөшө» исемле үҙ төркөмөн булдырып, хайуандар һәм ҡоштар хаҡында блог алып барыусы Ханнан МӘЖИТОВ бер йыл элек йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһына башлай. Төрлө яҡтарҙан алдырып, бөгөн ул «Фландер», «Великан», «Совет шиншиллаһы» тоҡомло алты ҡуян тота.