Аҙна һайын – отош

Был аҙнала бәхет Туймазы районы Бишҡурай мәктәбе уҡыусыһы Ирина Хәзиеваға һәм Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылынан Гөлназ Динәкәеваға йылмайҙы. Ирина дүрт бокалдан торған йыйылма отһа, Гөлназға салат һауыттары йыйылмаһы сыҡты. Ҡотлайбыҙ! Бүләгегеҙҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре лә кәрәк буласаҡ. Ә уйыныбыҙ дауам итә.

Мөмкинлектәр сикле түгел!

«Башҡортостанда уңайлы мөхит» программаһына ярашлы, инвалид балаларҙы реабилитациялау буйынса берҙәм хеҙмәт булдырыла. Был мәсьәлә республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Уның буйынса үҫеш мәлендә норманан тайпылған сабыйҙарҙы асыҡлау өсөн саралар күреләсәк. Бынан тыш, 4 йәшкә тиклем сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә даими рәүештә реабилитация үҙәге белгестәре килеп йөрөйәсәк.

Нисә бала – шунса яҙмыш

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына китеп барам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик кәрәк шул бындай урындар. Балаларҙы үҙ атай-әсәйҙәренең вайымһыҙлығынан, битарафлығынан яҡлар өсөн бит ул. Ҡайһы берҙәрен хатта аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарыр өсөн. Сөнки йәмғиәтебеҙҙә үҙ мәнфәғәттәрен, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын, асыуым да килмәгәйе, эскелекте һәм еңел-елпе тормошто өҫтөнөрәк ҡуйған, бала ҡәҙерен белмәгән атай-әсәйҙәр …

Continue reading ‘Нисә бала – шунса яҙмыш’ »

Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ

Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында мәктәбебеҙҙә бик күп саралар үткәрелде. Тирә-яҡты һаҡлау эшенә уҡыусылар ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Ауыл, мәктәп биләмәһен таҙартыу буйынса өмәләр ойошторолдо. Мәктәп баҡсаһына үҫентеләр ултырттыҡ, экологик акцияларҙа ҡатнаштыҡ, асыҡ синыф сәғәте үткәр­ҙек. Унда тыуған еренә ерегеп, уның байлығын ҡәҙерләргә тырышып йәшәгән хеҙмәт ветерандарын саҡырҙыҡ. Синыф етәксебеҙ Флүрә Ғәлимйән …

Continue reading ‘Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ’ »

Ни өсөн ҡыш һуңлай?

Синоптик ҡыҙ фараздары Инде декабрь ҙә етте. Әммә ҡыш һаман һыуыҡлығы менән ҡурҡытырға ашыҡмай әле. Уның һуңлап килеүен Мәләүездән 13 йәшлек Наилә Яҡупова халыҡ һынамыштары буйынса үҙенсә фаразлай. Йәш тикшеренеүсе биш йыл инде тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, һауа торошон көн һайын күҙәтә, температураны, елдең йүнәлешен, яуым-төшөмдө теркәп бара. Ошо ваҡыт эсендә синоптик ҡыҙ меңдән ашыу төрлө …

Continue reading ‘Ни өсөн ҡыш һуңлай?’ »

Мөғжизәгә бай миҙгел

Һәр миҙгел дә үҙенә генә хас матурлығы, хозурлығы менән һоҡландыра. Ҡышын ябалаҡлап яуған аҡ ҡар­ҙарға ҡарап ҡыуанһаҡ, яҙ беҙҙе йылы ҡояш нурҙары менән иркә­ләй. Йәйҙе тирә-яҡтың йәшеллеге, еләк-емешкә бай урманы, хуш еҫле сәскәләре өсөн яратабыҙ.

Йомғаҡ яһар мәл етте

Роза БАЙЙЕГЕТОВА, Баймаҡ районы Йомаш мәктәбенең «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы етәксеһе: – Йылдың ошо исемдә үтеүе бик яҡшы этәргес булды. Планлаштырылған күп эштәрҙе башҡарҙыҡ. Белем усағыбыҙҙа оҙаҡ йылдар мәктәп урмансылығы эшләп килә. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын асып, февралдә етәкселәр өсөн «Планета яҙмышы – беҙҙең ҡулда» тигән район семинарын ойошторҙоҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек.

Уткикрек менән Һорлан

Сәрүәр СУРИНА. ҠАТНАШАЛАР: Уткикрек — Әтәс. Һорлан — Маъмай. Аппаҡ — Аҡ тауыҡ. Ҡараҡай — Ҡара тауыҡ. Хәйләс — Төлкө. Мөсәл – Сысҡан, Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, Аждаһа, Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Маймыл, Әтәс, Эт, Сусҡа (хайуандар исеме менән аталып йөрөтөлгән ун ике йыл иҫәбен – мөсәлде сағылдыр­ған балалар төркөмө, күләгәләр, ҡурсаҡтар, һүрәттәр, ишара-пантомима һәм башҡалар күмәк …

Continue reading ‘Уткикрек менән Һорлан’ »

Өр-яңы балалар баҡсаһы

Дәүләкән ҡалаһының йәш ғаиләләр күп йәшәгән «Төньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 260 урынға иҫәпләнгән. Әле 12 төркөмгә 170 ҡыҙ һәм малай юллама алған да инде. Бығаса балаларын өйҙәренән алыҫҡа йөрөтөргә мәжбүр булған атай-әсәйҙәр яҡында ғына заманса баҡса асылыуына ҡыуанып бөтә алмай.