Төштәремә керәһең…

Донъялағы иң яҡын кешемде юғалтыуыма быйыл өс йыл була. Яман сир уны яҡты донъяларҙан алып китте. Миңә яҙмыш һынауҙарын шулай иртә татырға яҙғандыр, күрәһең… Әсәйем ҡосағында илгәҙәк, алсаҡ бала була торғайным. Ул саҡта күп нәмәне аңлап та етмәгәнмен кеүек. Әсәйемде ныҡ һағынам, юҡһынам. Татлы төштәремә инеп, минең менән һөйләшә, уның менән серҙәремде бүлешәм.

Аҡ фәрештәм минең

Иң яҡын кешем, аҡ фәрештәм, бер­ҙән-берем – ул әсәйем Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Дәүләтшина. Эйе, мине бары тик ул ғына бер ҡараштан аңлап тора, ауыр саҡта ярҙамлаша, һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен бирә, ел-дауылдарҙан ҡурсалай.

Ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәйемдең исеме – Фәнисә, ул мәктәптә балалар уҡыта, эш стажы – 34 йыл. Һәйбәт уҡытыусы, тиҙәр уның тураһында. Уҡыған сағында өлгөлө пио­нер булған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһын бөтөрөп, Покровка ауылына юллана. Ете йыл уҡытҡас, Воздвиженкаға эшкә бар­ған һәм беҙҙең атайҙы осрат­ҡан. 1991 йылда улар гөрләтеп туй үткәргән. Беҙ ғаиләлә дүрт бала. Ағай­ҙарым Рәғип, Йомабай, …

Continue reading ‘Ҡәҙерле кешебеҙ’ »

Ҡояш кеүек берәү генә

Әйтегеҙ әле, иң матур, иң яғымлы, йөрәккә наҙлы һүҙ ниндәй? Әлбиттә, әсәй! Ул – Ер йөҙөндә иң хәстәрлекле кешеләрҙең береһе. Минең әсәйемдең дә исеме есеменә тап килеп тора. «Сәлимә» матур, яғымлы, тырыш кеше тигәнде аңлата. Әсәйемдең һәр ваҡыт хәстәрлекле булыуы ла, яғымлылығы ла, гел матур булып ҡалыуы ла һоҡландыра. Ул Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә башланғыс …

Continue reading ‘Ҡояш кеүек берәү генә’ »

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда

Дәрестә «Исем» темаһын өйрәнгәндә уҡытыусының: «Ауыл, йылға,тау исемдәре – яңғыҙлыҡ исемдәр һәм улар ҙур хәреф менән яҙыла», – тигән һүҙҙәре ни өсөндөр күңелемә инеп ултырҙы. Өләсәйем күҙ алдына килеп баҫты. Ул да яңғыҙы йәшәй һәм беҙ уға ярҙам итәбеҙ, үҙе әйтмешләй, тормошон еңеләйтәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ һәр килеүебеҙҙе шатланып көтөп ала, берәй эшен баш­ҡарһаҡ: «Ҡалай өйөм матурайып, …

Continue reading ‘Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда’ »

Икенсе тур

Бишенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ4, Фе5, Кf3, Кg5 (4 фигура), ҡаралар – Крһ6, Ла8, Сb1, ппg4, g6, g7 (6 фигура). Мәсьәләнең авторы – Американың билдәле шахмат композиторы Самуэль Лойд. Композиция тәүге тапҡыр 1855 йылда баҫылып сыға. Сиселеш көслө аҡ фигураның юҡ ителеүе менән башлана. Ике вариантты …

Continue reading ‘Икенсе тур’ »

Абҙанда шахмат яраталар

Былтырғы уҡыу йылында Иҫәнғолдан, Таҙлар ауылынан «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында әүҙем ҡатнашҡайнылар. Еңеүселәр бүләктәребеҙҙе алып ҡыуанғайны. Ә быйыл Абҙан мәктәбе бәйгегә ихлас ҡушылды.

Ике йәшенән үк еңеүсе булған

Гөлмирә Нарынбаева II синыфта уҡый. Ике генә йәшендә «Шоңҡар» журналы үткәргән «Минең Рәми» I интернет-конкурсында сығыш яһап, еңеү яулағайны. Ул бәләкәй сағынан шиғыр­ҙар ятланы, әкиәттәр һөйләне, йыр­лар­ға өйрәнде, хатта таҡмаҡтар ҙа сығара башланы.Ата-әсәһе – сән­ғәткә ғашиҡ кешеләр, ғаиләләре ауылда өлгөлөләрҙән һа­нала. 87 йәшлек өләсәһе лә ейәнсәре менән күп шөғөлләнде. Ҡыҙҙа әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡыҙыҡ­һы­ныу уяттылар инде. …

Continue reading ‘Ике йәшенән үк еңеүсе булған’ »

Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана

«Ете тажлы сәскә» бала­лар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойош­тор­ған Покров байрамы ошондай һына­мыштар менән башланып китте. Тамашасылар күп йыйылды. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр кил­де. Зал гөл-сәскәләр менән матур итеп биҙәлгәйне. Һәр кемдең йөҙөнән байрам кәйефе һиҙелде. Кескәйҙәр ниндәй генә милләт кешеһе булып кейенмәгән! Башҡорт, урыҫ, украин, сыуаш халыҡтарын сағылдырған кейемдәрҙәге балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ғорурлыҡ хистәре уятты.

Минең илкәйем

Картаға ҡараһаҡ, беҙҙең Башҡортостан бәләкәй ге­нә. Ә бит Ватаным шул тиклем мөһабәт! Башҡорт­остандың күкһел бейек тау­ҙары, бәрәкәтле баҫыу­ҙары, көмөш һыулы шишмәләре, зәңгәр күлдәре хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғымдың хуш еҫле сәскәләре, хатта әреме лә бал һымаҡ. Ә һайрар ҡоштарын тыңлаһаң, күңелгә рәхәт, йәнгә сихәт. Башҡортостан! Мин ошо изге ерҙә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Дан йырлайым, һиңә, …

Continue reading ‘Минең илкәйем’ »