Аҙна һайын – отош

Бына тағы ла бер уйын үтте. Сираттағы еңеүселәрҙең дә исемдәре билдәле булды. Шулай итеп, графин һәм стакандар йыйылмаһы Баймаҡтан – Илдус Зәйнуллинға, ә салат һауыттары Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан Гүзәлиә Закироваға сыҡты. Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, әйҙәгеҙ, әүҙемлек күрһәтәйек. Бының өсөн «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Тағы ла бер яңы мәктәп!

Баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған Ну­ғай ауылында өр-яңы белем усағы үҙенең ишектәрен асты. Ул 1 мең 250 балаға иҫәпләнгән. Ике уҡыу һәм бер спорт менән шөғөлләнеү өсөн блоктарҙан тора. Заманса техника менән йы­һазландырылған компьютерҙар кабинеты, интерактив комплекс, 504 урынға иҫәплән­гән тамаша залы, 402 урынлыҡ ашханаһы бар. Ике йыл дауам иткән төҙөлөштө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм …

Continue reading ‘Тағы ла бер яңы мәктәп!’ »

Бер ҙә һынатҡы килмәй

Уҡыу йылы әле яңы ғына башланған кеүек ине. Беренсе сирек һиҙелмәйенсә генә үтеп тә китте. Көҙгө каникулда барыбыҙ ҙа өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Баш ҡалала уҡығас ни, тыуған яҡтарға ҡайтыуҙы ашҡынып көтөп алдым. Ауылда дуҫтарым менән күрештем, яратҡан һеңлеләрем менән көнөмдө күңелле итеп үткәрҙем. Өләсәйемә ҡунаҡҡа ла барып килдем. Каникулым шулай тиҙ үтеп китте…

Төп Шыршы байрамы

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Яңы йыл байрамдарын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, уҡыусылар өсөн төп Шыршы байрамы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары саҡырыла. Республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан йыйылған …

Continue reading ‘Төп Шыршы байрамы’ »

Күңелле мәшәҡәттәр

Өфөнөң Ленин майҙа­нында ме­талл конструкцияларынан 300 кило­грамм ауырлыҡтағы «Магнолия» һәм 200 килограмм ауырлыҡтағы «Йондоҙ» Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ. Баш ҡалала боҙ һарайҙарын һәм һындарҙы эшләү өсөн 724 квадрат метр боҙ талап ителәсәк. Байрам мәшәҡәттәренә ҡала хакимиәте 6 миллион 95 мең һум аҡса бүлгән. «Конгресс-холл» эргә-тирәһен яңы йылса биҙәүҙе хакимиәт 6 миллион 745 мең һумға баһалаған. …

Continue reading ‘Күңелле мәшәҡәттәр’ »

Яңы йыл бүләктәре

Быйыл Яңы йыл бүләктәрен биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә аласаҡ. Шулай уҡ етем, һөнәрселек белем биреү учреждениеларында уҡып йөрөүсе, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Хоҡуғың да, бурысың да бар

20 ноябрь – Халыҡ-ара бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө 1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафы­нан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә 1994 йылда үҙ көсөнә инә. Төп мәсьәлә булып һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм улар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу тора.

Бишенселә – «бишле»гә генә!

Тик «бишле»ләргә генә уҡыған балаларға һоҡланмау мөмкин түгел. Иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, улар, ғәҙәттә, һәр яҡлап өлгөр, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан була. Барыһына ла етешәләр: өйҙә атай-әсәйҙәренә лә ярҙам итәләр, спорт менән дә шөғөлләнәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә ваҡыт табалар. Китап уҡып ҡына ултыралар, тип һис әйтеп булмай.

Оҙон тәнәфес оҙонайырмы?

Башҡортостан мәктәптәрендә тулы кимәлле төшкө аш ваҡыты булдырыу тураһында һүҙ алып барыла. Йәғни эш урындарындағы кеүек, уҡыусыларға ла бер сәғәтлек тәнәфес тейеш. Был башланғысты «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим итте. «Балаларға – сәләмәтлек» проекты сиктәрендә уҙғарылған «түңәрәк өҫтәл»дә ошо хаҡта һөйләшеү төп темалар­ҙың береһенә әйләнде. Уны индерер алдынан йәмәғәтселек фекере ентекләп өйрәнеләсәк.

Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!

13 ноябрҙән Рәсәйҙә «Ҡай­ҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!» акция­һының икенсе этабы башланды. Республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ла «ҡыҙыу линия»­лар эшләй. Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралығы һәр кемде был сарала әүҙем ҡатна­шыр­ға саҡыра. Наркотик менән һатыу иткән йәки һаҡлаған кешеләр, наркопритондар тураһында белһәгеҙ, был турала эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына …

Continue reading ‘Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!’ »