Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙең дә гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, әйҙәгеҙ, әүҙемлек күрһәтәйек. Бының өсөн «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә генә кәрәк. «Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 476 һум 28 тин. Индексы – 50605. Бер йылға яҙылыу хаҡы – 844 һум 52 тин. Индексы – П3371.

«Йәншишмә»гә – синыф менән!

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында VI «Б»лар беренсе йыл ғына белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтеп тә өлгөргән. Беренсе сиректе ике уҡыусы – Сафия Гутова менән Алёна Салова – тик «бишле»ләргә генә тамамлаһа, 12 уҡыусы – «дүртле» һәм «бишле»гә. Ҡалғандарының күбеһе берәр генә «өслө» менән бөткән. Тәрбиәселәре Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы Хәлилова ла: …

Continue reading ‘«Йәншишмә»гә – синыф менән!’ »

Аҙна һайын – отош

Был аҙнала кемдәр бүләк хужалары булды, тиһегеҙме? Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылынан Гөлфиә Янышева дүрт бокалдан торған йыйылма отһа, Бөрйән районы Килдеғол ауылынан Сынбулат Көмөшбаевҡа термо-көрөшкә сыҡты. «Ағайым 21 йыл түшәктә ята. Шуға ҡарамаҫтан, ул беҙгә ярҙам итеп тора. Әле бына тағы «Йәншишмә»­не яҙҙыр­ҙы. Ҙур рәхмәт инде үҙенә. Беҙ ҙә уны ҡарашырға ярҙам итәбеҙ. Ә әсәйем …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Уҡытыусыға эш ҡалырмы?

Ҡытайҙа киләсәктә мәктәптәргә яһалма интеллект­ҡа нигеҙләнгән белем биреү платформаһын тәрәнерәк индерергә уйлайҙар. Ил етәкселәре иҫәпләүенсә, ауыл балалары иң яҡшы интернет-ресурстарҙы файҙаланыуҙан, алдынғы уҡытыу­сылар уҡытыуынан мәхрүм. Сөнки уларҙың күбеһе ярлы ғаиләләрҙән һәм сифатлы белем алырға мөмкинлектәре юҡ. Әле Ҡытайҙа онлайн белем биреүгә ныҡ таяналар, ҡағиҙә булараҡ, был уҡытыусыны тулыһынса алмаштыра алмаһа ла, уға ярҙамы ҙур. Мәҫәлән, …

Continue reading ‘Уҡытыусыға эш ҡалырмы?’ »

«Тел – халыҡ күңеле»

Ошондай исем менән туған телдәрҙе үҫтереү буйынса акция ойошторола. Уны йыл һайын бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа 12 декабрҙә үткәрергә тәҡдим ителә. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр тыуған ер, Ватан йәки туған тел тураһында шиғырҙар һөйләй. Нәфис һүҙ оҫталары сығыштары милли кейемдә һәм музыка оҙатыуында алып барылырға тейеш. Шиғыр­ҙарҙы башҡорт, урыҫса йәки Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә ятларға …

Continue reading ‘«Тел – халыҡ күңеле»’ »

Республикала тәүге тапҡыр

Баш ҡалала беренсе тапҡыр балалар өсөн «Беҙ бергә» тигән фестиваль ойошторола. 5 декабрҙә уҙасаҡ сарала сәләмәт балалар менән бергә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Бәйге йыр, бейеү, нәфис һүҙ оҫталығы номинацияларында үткәрелә. Ғаризалар 15 ноябргә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгендә ҡабул ителә.

Ярослав миҙал алды

Мәскәүҙә уҙ­ған тантанала Стәрлетамаҡтағы 8-се мәктәп уҡыусыһы Ярослав Адоньев «Ҡотҡарыуҙағы батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ун­да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡаһарманлыҡ күр­һәткән 20-нән ашыу балаға ҡатнашыу бәхет тейҙе.

Нисек йәшәйһең, Өкө?

Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән? «Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге, әлбиттә, һеҙгә йәнлектәр һәм …

Continue reading ‘Нисек йәшәйһең, Өкө?’ »

Ҡулдарынан эш килә шул!

Һәр бер кешенең иң яратҡан шөғөлө була. Ә минең синыфташым Әҙилә ЗӘЙНУЛЛИНА ҡул эштәренә оҫта. Ул беҙҙең мәктәптең VIII синыфында белем ала. Буш ваҡыттарында волейбол, футбол уйнарға әүәҫ, «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Әҙилә менән һеҙҙе лә яҡынданыраҡ таныштырғым килә.