Аҙна һайын – отош

Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Бына бөгөн дә Миәкә, Белорет яҡтарынан әллә күпме квитанциялар күсермәләре килеп төштө. Дуҫтарыбыҙға: «Афарин!» – тип әйтәбеҙ. Еңеүселәребеҙ был юлы ҡайһы яҡтанмы? Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Зөһрә Кашапова менән Ғафури районы Юлыҡ ауылынан Рәзинә Зәйнетдиновалар. Ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ.

Һәр өйгә киләсәк

«Йәншишмә»гә — синыф менән! Беҙ республикабыҙҙа сыҡҡан «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарын синыф менән уҡыйбыҙ, фекер алышабыҙ. Әкиәттәр бик оҡшай. Шиғырҙарҙы ятлап алабыҙ. Республиканың төрлө мәктәптәрендәге яңылыҡтар менән танышып барабыҙ.

Бишенселәр ҙә өлгә күрһәтә

«Әсә теленә рәхмәт!» акцияһында ҡатнашып, Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбе күптәргә өлгө күрһәткәйне. Бына тағы ла һөйөнөслө хәбәр алып ҡыуандыҡ. Был юлы шул уҡ белем усағынан V «А» һәм V «Б» синыфы уҡыусылары синыф етәкселәре Лилиә Фәнис ҡыҙы һәм Салауат Урал улы Ҡашҡаровтар менән «Йәншишмә»гә бер йылға яҙылып, мәктәп китапханаһына подписка бүләк иткән. Афариндар!

Автобустар күҙәтеү аҫтында

1 сентябрҙән Учалы, Иглин һәм Өфө райондарында һынау рәүешендә ғәмәлгә ашырылған проект республика хөкүмәтендә тикшерелде. Уға ярашлы, уҡыусыларҙы йөрөтөү аутсорсинг рәүешендә башҡарыла, йәғни был эш өсөн мәктәптәр түгел, республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм «Баш­автотранс» предприятиеһы яуаплы. Балаларҙы 86 автобус йөрөтә. Тикшереү барышында тахограф, ГЛОНАСС приборҙары булмауы, тәжрибәһеҙ водителдәр эшләүе кеүек етеш­һеҙлектәр …

Continue reading ‘Автобустар күҙәтеү аҫтында’ »

Остаздары ла дәртләндерелә

Хәҙер БДИ-ла 100 балл йыйған уҡыусыларҙың остаздары матди дәртләндереләсәк. Был башланғысты республика ректорҙар советы ла хупланы. Уҡытыусы ғына түгел, мәктәп тә айырым бүләкләнәсәк. Тик бер шарты ғына бар. 100 балл йыйған сығарылыш синыф уҡыусыһы республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарын һайларға тейеш. Әйткәндәй, быйыл Башҡорт­остандан 69 уҡыусы юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Бәләбәйҙән Саша Козлов менән Шишмә районынан Гү­зәл …

Continue reading ‘Остаздары ла дәртләндерелә’ »

Лицейыбыҙ ғорурлығы улар!

Талбазы лицейында һәләтле уҡыусылар бик күп. Һүҙем шундай­ҙарҙың икәүһе, республика Башлығы стипендиаттары – IX «Б» синыфы уҡыусыһы Вилена Чанышева һәм X «Б»нан Динислам Әхмәев хаҡында.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Ҡәҙимге көн. Төштән һуң мәктәп гөрләп тора: кемдер өҫтәмә дәрескә, берәүҙәр түңәрәккә килгән, ә беҙ синыфташтарым менән шахматҡа йыйыл­ғайныҡ. Бер мәл тәҙрәнән көслө ут ялҡыны күренде. Фәнил ағай­ҙарҙың йорт ҡураһында ут сыҡҡан! Янғын һүндереү машинаһында ауыл хакимиәтендә шофёр булып эшләүсе Хәйҙәр ағай елдереп килеп тә етте.

Күп илдәрҙе күргән ҡурайсы

Башланғыс синыфтар өсөн «Ҡурай» байрамы үткәрелде. Уны III синыф уҡыусылары уҡытыусылары Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужина менән бергәләп ойошторҙо. Сара был моңло уйын ҡоралы тураһында шиғырҙар менән асылып китте. Өсөнсө синыфтың ҡыҙҙары һәм малайҙары дәртле итеп бейене. Шулай уҡ Гүзәлиә Сәйфуллинаның «Кәкүк», Лиана Ғәлиуллинаның «Тыпырҙаҡ» исемле бейеү­ҙәре байрамға йәм өҫтәне.

Бәйгеләрҙә һынатҡаным юҡ

Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. Тәүге көнөндә шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды. Унда ҡатнашыусылар күп ине: I синыфтан Әҙилә Ултраҡова ярышты башлап ебәрҙе, өсөнсөнән Айгүзәл Билалова, дүртенсенән Ынйы Мөхәмәҙиева, Зөлхизә Ҡансурина, Линара Аҡъюлова, бишенсенән Таңсулпан Илбәкова, Ирәндек Ишемғолов, Азамат Ҡадаев, Арыҫлан Бохарбаев, алтынсынан Арыҫлан Евтеев, етенсенән Илсиә һәм Илсинә Илбәковалар, һигеҙенсенән Айзилә Ишҡыуатова, беҙҙең …

Continue reading ‘Бәйгеләрҙә һынатҡаным юҡ’ »

Һинең фликерың бармы?

Уҡыуҙар башланыу менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылары баш ҡалабыҙ мәктәптәренә юлланды. Балиғ булмағандар менән шөғөлләнеүсе инс­пекторҙар төрлө уҡыу йорттарында балаларҙы яҡлау, уларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу темаһына лекциялар, уйындар, викториналар үткәрә, комендант сәғәтенең ваҡыты үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. Бындай аралашыу бик файҙалы: һәр кем үҙенең тәртибенә, тәрбиәһенә, белем кимәленә байҡау яһай. Ҡанунды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, …

Continue reading ‘Һинең фликерың бармы?’ »