Ҡазанда еңдек тә ул…

«Салауат Юлаев»тың бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине. Еңелеүҙәр күбәйеп китте. Командала тәртип тә, бер­ҙәмлек тә юҡ кеүек. Быға һаҡсыбыҙ Захар Арзамасцевтың асыҡтан-асыҡ баш тренерыбыҙ менән генераль менеджерыбыҙҙы тәнҡитләүе дәлил булып тора. Ысынлап та, ни булған юлаевсыларға? Ҡасан ғы­на һәйбәт уйнап китерҙәр? Ныҡ аптыраталар…

Ә һин «Йәншишмә»гә яҙылдыңмы?

Әле гәзиткә яҙылыуҙың иң ҡыҙған ғы­на мәле. Әйҙәгеҙ, атай-әсәйҙәр, олатай-өлә­сәйҙәр, ағай-апайҙар, балала­ры­ғыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, ҡус­ты-һеңлеләрегеҙгә бүләк эшләп, 2018 йыл­ға «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуяйыҡ. Балалар, һеҙгә өндәшәбеҙ: киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡал­һағыҙ, киң мәғлүмәтле булып, рухи яҡтан байыр­һығыҙ, көндәрегеҙ ҙә фай­ҙалы, мауыҡтырғыс үтер. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, матур-матур бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ. «Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы –  …

Continue reading ‘Ә һин «Йәншишмә»гә яҙылдыңмы?’ »

Аҙна һайын – отош

Был аҙнала сәй бешерә торған сәйнүк Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Гөлнара Мөхәмәтйәноваға сыҡһа, Көйөргәҙе районы Ҡотлоюл ауылынан Рөстәм Аҡһаров алты салат һауытынан торған йыйылма отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, ә уйын дауам итә. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ.

Ҡытай теленән дә БДИ булырмы?

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре фекеренсә, өс йылдан ҡытай теленән һынау мотлаҡ һаналасаҡ. Ә унан тәүге имтихандарҙы туғыҙынсылар алдағы 2018 йылда уҡ биреп ҡарай ала.

Урыҫ әҙәбиәтенән дә телдән һынау көтөлә

БДИ тапшырыуҙы ҡатмарлаштырып бер булалар. Инде хәҙер урыҫ әҙәбиәтенән телдән һынау индермәкселәр. Уны тапшырыу рәүеше, ваҡыттары хаҡында уйланыла, бәхәстәр бара. Ә әлеге уҡыу йылында урыҫ теленән телдән һынау буласаҡ. Туғыҙынсыларға уҡытыусы менән әңгәмә ҡороп, үҙенең уй-фекерен аныҡ итеп әйтә, һөйләй белеүен күрһәтергә кәрәк. Әңгәмәләшеүҙе уңышлы үткәндәр генә йомғаҡлау аттестацияһын бирергә рөхсәт ала.

Бәлә башы кемдә?

ЦСКА менән уйындан һуң юлаевсылар Ярославлдә «Локо­мотив»тан да еңелделәр. Ә бит иҫәп 2:0 ине, беҙҙең файҙаға. Тағы нимә булды? Һаҡлана белмәйбеҙ. Һөжүм артынан һөжүм башланһа, ҡалтырай ҙа төшә ҡайһы бер хоккейсыларыбыҙ. Шунан инде китә тупаҫ хаталаныуҙар, штраф ваҡыты алыуҙар. Ярай әле был юлы бер мәрәй яуланыҡ, сөнки өҫтәмә ваҡытта отолдоҡ – 2:3.

«Оркестр-ҡыҙ»

Ләйсән Золотарёва… 9 йәшлек кенә был ҡыҙҙың исеме хәҙер республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илебеҙгә билдәле. Уҙған йәкшәмбе телевизорҙан «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсында Учалы районының Байрамғол ауылы ҡыҙының сығышын күптәрегеҙ ҡарағандыр, моғайын. Иҫ китмәле булды, эйеме? Сәхнәлә үҙен нисек ышаныслы тотто. Вәт, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы, тип һоҡланмау мөмкин түгел ине! Жюри ағзаларын да үҙенең үҙенсәлекле …

Continue reading ‘«Оркестр-ҡыҙ»’ »

Мораҡта – матбуғат байрамы

Бәләкәйҙән балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйек, гәзит-журналдарҙы яҙҙырайыҡ. Телебеҙ бар икән, халҡыбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә йәшәр. Милли матбуғат – күңелдәрҙе рухи яҡтан байытыусы ла, халҡыбыҙҙы берләштереп, бар итеүсе лә ул.

Ҡыҙҙар күберәк ерҙә өлгәш тә яҡшы

Неймеген университеты ғалимдары (Голландия) белем биреү өлкәһендә ҙур тикшереү үткәргән. Барлығы 300 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан, донъяның 33 илендә уҡыу өлгәше өйрәнелгән. Һөҙөмтәләр күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Баҡһаң, ҡыҙҙар күберәк белем алған мәктәптәр уҡыу буйынса тес­ты һәйбәтерәк үтәгән, юғары билдәләрҙе лә күберәк алған.

Башлыҡ — будильник

Хәрәкәт ваҡытында водителдәргә йоҡлап китергә ирек бирмәгән баш кейеме уйлап табылған. Ул махсус программа ярҙамында идара ителә. Был шәп әйберҙе Ford америка концерны белгестәре һәм GTB фирмаһы инженерҙары яһаған. Башлыҡ күп сәғәттәрен руль артында ултырып, оҙон юл йөрөүселәргә бик ҡулай. Үҙебеҙ ҙә шофёр­ҙарҙың йоҡлап китеп, фажиғәләргә элә­геүен ишетеп торабыҙ бит.