Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!

Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының бер төркөм уҡыусылары – Розана Әхтәмова, Роберт Горбунов, Эльвина Семёнова һәм беҙ шиғырҙарыбыҙ тупланған «Кем мин?» тип аталған китабыбыҙҙы алып ҡыуандыҡ. Һәр беребеҙ уны үҙ ҡулына алып, сәхнәнән сығыш яһарға ла өлгөрҙөк инде. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ижад емештәребеҙҙе туплап, баш һүҙ яҙып, баҫмаға әҙерләне. Ә …

Continue reading ‘Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!’ »

Булмағанда ярай инде…

Ҡыҙҙар, иғтибар иткәнегеҙ бармы икән: тормош­та шундай егеттәр осрай, улар менән берәй ҡасан мөхәббәт­кә тартым мөнәсәбәттәрҙең булыуы мөмкин түгел кеүек, эйеме? Ул һинең өсөн һәйбәт дуҫ ҡына булып ҡала килә. Әйҙә, булмаһа, шундай осраҡтарҙы берәмләп ҡарап үтәйек. Һин уның хаҡында гел: «Шәп кеше лә ул, әммә беҙҙең арала бер ниндәй хис тә юҡ», – тип …

Continue reading ‘Булмағанда ярай инде…’ »

Тыйнаҡлыҡ кәрәк ул

Апаһы менән кескәй һеңлеһе һөйләшкәнен ишетергә тура килде. – Беҙҙең синыфтағы бер ҡыҙ бер малайҙы ярата. – Ә уны ҡайҙан беләһең? – Ул бит Азаттың эргәһе­нән китмәй, ҡасһа, артынан баҫтыра башлай. Тегеһе, кит әле, тиһә лә аптырамай ҙа, бүтәндәрҙең көлөүе лә уның өсөн бар ни, юҡ ни. Был ту­рала бөтәһе лә белә.

Гел бергәләр

Ариана менән Каринаның әсәләре тәүге тапҡыр бала табыу йортонда осраша. Ҡыҙҙар­ҙың йәш айырмаһы теүәл бер ай. Ариана – 10 августа, ә Карина ҡыҙым 10 сентябрҙә донъяға килә. Ике йәштәре тулғас, улар бер үк балалар баҡсаһында бер үк төркөмгә йөрөй башланы. Тәүге көндән дуҫлашып та китәләр. Хатта береһе ауырып, балалар баҡсаһына килмәй ҡалһа, икенсеһе лә барырға …

Continue reading ‘Гел бергәләр’ »

Һалдат булабыҙ, тиҙәр

Матур ғына булып үҫеп килгән ейәндәремә ҡарап, һоҡланып туя алмайым. Күҙ генә теймәһен инде үҙҙәренә! Камил быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барҙы. Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында тырышып белем ала. Рәсүл әле Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһендәге балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт төшөрөргә ярата, уҡый ҙа белә. Мәктәпкә барыуын түҙем­һеҙләнеп көтә. Ейәндәрем икеһе лә: «Үҫкәс, һалдат булабыҙ, илде һаҡлаясаҡбыҙ», …

Continue reading ‘Һалдат булабыҙ, тиҙәр’ »

Айыу менән бал ҡорттарының дошманлашыуы

йәки йыл миҙгелдәре нисек барлыҡҡа килгән? Әкиәт Борон-борон заманда, гел ҡояшлы йәй миҙгеле булған саҡта, бал ҡорттары менән Айыу бик дуҫ йәшәгән, ти. Ер өҫтөн күҙҙең яуын алып торорлоҡ хуш еҫле сәскәләр биҙәп ултырған. Ҡоштар моңло йыр йырлаған, күбәләктәр осҡан. Ә бал ҡорттары сәскәнән сәскәгә ҡунып, бал менән туйынған һәм: – Б-ҙ, б-ҙ, б-ҙ, Беҙ …

Continue reading ‘Айыу менән бал ҡорттарының дошманлашыуы’ »

Үҙебеҙҙең Лидиә бит!

Республика көнө алдынан Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейында «Умырзая» антологияһының исем туйы уҙҙы. Был йыйынтыҡҡа Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан йыл һайын уҙғарылып килгән «Минең беренсе китабым» ижади конкурсында еңеү яулаған уҡыусылар­ҙың иң яҡшы шиғырҙары, хикәйәләре һәм әкиәттә­ре туп­ланған. Улар ара­һында беҙҙең гимназияның XI «З» синыфы уҡыу­сыһы, «Йәншишмә» гәзите, …

Continue reading ‘Үҙебеҙҙең Лидиә бит!’ »