«Йәншишмә»һеҙ ҡала күрмәйек!

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡы­тыу­сылар, ҡәҙерле балалар! Яңы уҡыу йылы башланыу менән бергә мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса сетерекле һорауҙар килеп тыуҙы. Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Милли баҫмаларыбыҙ, шул иҫәптән «Йәншишмә»беҙ ҙә, был йәһәттән ярҙамсы, терәк булып торасаҡ. Ни тиһәң дә, донъяла баш­ҡорт телендә балалар өсөн сыҡҡан берҙән-бер гәзит бит! Әйҙәгеҙ, бергә ҡалайыҡ, …

Continue reading ‘«Йәншишмә»һеҙ ҡала күрмәйек!’ »

Аҙна һайын – отош

Был юлы бәхет кемдәргә йылмай­ҙымы? Өфөләге республика инженер интернат-лицейы тәрбиәсеһе Клара Ғәйфуллинаға һәм Бөрйән районының Байназар ауылынан әүҙем яҙышып тороусы йәш авторыбыҙ Сәлимә Дәүләтшинаға. Сәлимәгә термо-көрөшкә эләкһә, Клара Дархан ҡыҙына – салат һауыттары йыйылмаһы. Башҡалар ҙа әүҙемерәк булһын ине. Бүләктәр уйнатыла башланы ғына. Әйҙәгеҙ, «Йәншишмә»гә яҙыла һалығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакциябыҙ адресына йәки гәзиттең электрон …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Кескәйҙәргә – матур бүләк!

Бығаса Бүздәк ауылында 4 балалар баҡсаһы бар ине. Яңыраҡ йәштәр күп йәшәгән яңы биҫтәлә лә тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учреждение­­һы асылды. «Башҡортостан Республика­һы ойошторолоуҙың 100 йыллығына – 100 объект» проекты буйынса төҙөлдө ул.

Һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар

Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар асыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың уҡытыусылар менән осрашыуында әйтелде. Илдең күп төбәктәрендә ошондай учреждениелар эшләй, беҙҙә лә бар, тик улар түләүле, тип белдерә педагогтар. Төбәк башлығы Мәғариф министрлығына мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Бындай уҡыу йортона һәләтле уҡыусылар, төрлө олимпиада еңеүселәре алынасаҡ.

Һаулыҡты тикшергәс кенә

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева яңыраҡ бер интервьюһында физкультура дәрестәрендә уҡыусыларҙы һаулыҡтары буйынса төркөмдәргә бүлергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, уҙған уҡыу йылында ил буйынса физкультура дәрестәрендә 211 баланың ғүмере өҙөлгән. Бынан һуң мәктәп табибы уҡытыусыға ҡайһы уҡыусының ниндәй һаулыҡ төркөмөнә ҡарауы тураһында хәбәр итергә тейеш. Ә баланың мөмкинлектәре тураһында белеп торғас, …

Continue reading ‘Һаулыҡты тикшергәс кенә’ »

Ун бер мәктәп – иң-иңдәр иҫәбендә

Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе исемлеге билдәләнгән. Уны Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәскәүҙәге өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге төҙөгән. Башҡортостандан да 11 бе­лем уса­ғы инеүе ҡыуандыра. Баш ҡаланың 39-сы, 91-се гимназиялары йыл да лидер­ҙар рәтендә. Стәрлетамаҡтан 1-се гимназия, 1-се лицей, Октябрьскийҙан 2-се, 3-сө гимназиялар, Салауаттан 2-се гимназия, Нефтекаманан 1-се ли­цейҙар …

Continue reading ‘Ун бер мәктәп – иң-иңдәр иҫәбендә’ »

Яңы дәреслектәр, комплекстар

Республикабыҙҙа башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм уға ярашлы цифрлы технологиялар, дистанцион уҡытыу формаларын ҡулланып, методик комплекстар әҙерләнәсәк. Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Шәхес булып үҫһендәр!

Балаларҙы шәхес итеп үҫтереүгә, уларҙың телмәрен байытыуға күп көс һалабыҙ. Үҙ эшебеҙҙә яңы технологиялар, заманса алымдар ҡулланабыҙ. Ә эш тәжрибәбеҙ менән ҡала кимәлендә үткән семинарҙарҙа башҡалар менән дә уртаҡлашабыҙ.

Балаларым – шатлығым

Өфөлә йәшәүсе ейән-ейәнсәрҙәрем йәйге каникул башланыу менән беҙгә ҡунаҡҡа ҡайта. Был ваҡытта ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел – баҡса утау, бесән әҙерләү, ҡош-ҡорт ҡарау… Ә балалар – беҙҙең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылар.