Гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө

Ҡәҙерле дуҫтар! 5-енән 15 октябргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ. Ун көнлөк барышында гәзиттең индексы – П2765. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 408 һум.

Аҙна һайын — отош

Дуҫтар! Кемдәр 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йән­шишмә»гә яҙылған, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Ни өсөнмө? «Аҙна һайын – отош» бәйгеһе башланды бит! Уйын йыл аҙағынаса дауам итә. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы бик матур бүләктәр әҙерләгән. Гәзитле лә, призлы ла булғығыҙ килһә, уйындан ситтә тороп ҡалмағыҙ!

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Ә был юлы «Йәншишмә»не сығарышырға республика инженер интернат-лицейының VII «А» синыфы малайҙары – Айҙар Ишкинин, Мортаза Кәйекбирҙин, Максим Дмитриев, Нургиз Мәмбәтов, Айнур Хәсәновтар килде. Улар етәкселәре Клара Дархан ҡыҙы Ғәйфуллина менән гәзиттең икенсе битен эшләп ҡараны. Гәзит сығарыу мауыҡтырғыс булһа ла, компьютерҙа материалдарҙы төҙәтеп, уларҙы матур итеп урынлаштырыу еңелдән түгел икәнен белделәр. Киләһе акциябыҙҙа кемдәр …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »

Мәғариф яңылыҡтары

«Летово» мәктәбе һәләтле балаларҙы көтә 25 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә урынлашҡан «Летово» мәктәбенә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ул 1 де­кабргә тиклем дауам итәсәк. Яңы мәктәп-пансион VII – XI синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Унда Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән һәләтле, тырыш балаларҙы йыялар. Мәктәпкә ҡабул итеү онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса икән. Бөтә уҡыусылар ҙа әлеге белем усағында бушлай белем …

Continue reading ‘Мәғариф яңылыҡтары’ »

Роботтар донъяһында

Баш ҡаланың «Ultra» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә уҙған шундай ҙур «Робополис» интерактив күргәҙмәһен күрмәй ҡалып буламы һуң инде! Беҙ ҙә ғәжәйеп һәм мауыҡтырғыс роботтар донъяһынан ситтә ҡалманыҡ. Интерактив майҙансыҡтарҙа барлығы 50-нән ашыу яңы төрө менән таныштыҡ, 4 виртуаль ысынбарлыҡ биләмәһендә гиҙҙек, тесла шоу, йәғни роботтар тамашаһын ҡарап кинәндек.

Иң күп китап уҡыусы мин икәнмен!

Йәмле йәйемдең һуңғы көндәрендә Байназар, Иҫке Собханғол ауыл, балалар китапханалары «Йәй, китап һәм мин» исемле бәйге иғлан итеүҙәре хаҡында белдерҙе. Уның шарты буйынса, «Минең йәйге мажараларым» тигән темаға презентация, инша, иң яратҡан китабың тураһында һәм йәй буйына уҡыған 20 китабыңдың исемлеген яҙырға кәрәк ине. Мин дә был бәйгелә ҡатнашырға булдым.

Урман һаҡсылары

Республикабыҙҙың ҡайһы бер мәктәптәрендә йәш урмансылар түңәрәктәре уңышлы ғына эшләп килә. Әбйәлил районының Асҡарҙағы 1-се мәктәбендә «Йәшел урман» 2000 йылда асыла. Уның тәүге етәксеһе Әнисә Муса ҡыҙы Яхина була. 2010 йылда ул хаҡлы ялға сыҡҡас, эште география уҡытыусыһы Мәүлиҙә Камил ҡыҙы Мәхийәнова дауам итә.

Мәктәптә – туризм байрамы

Быйылғы көҙ ҡояшлы көндәре менән беҙҙе артыҡ иркәләтмәй, әммә бөгөн ул сыуаҡлығы менән ҡыуандырҙы. Әйтерһең, белеп торған. Сөнки Әбделмәмбәт мәктәбендә «Туристик слёт – 2017» байрамы булды. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» девизы менән үтте был сара. Уҡыусылар, уҡытыу­сылар – барыһы ла спорт кейемендә ауыл уртаһында урынлашҡан туғайға төштө.