«Йәншишмә»һеҙ ҡала күрмәйек!

Әле 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Әйткәндәй, хаҡтар үҙгәрмәгән, 2017 йылдың икенсе ярты йыллығында нисек булһа, шулай ҡалған. Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар! Яңы уҡыу йылы башланыу менән бергә мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса сетерекле һорауҙар килеп тыуҙы. Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Милли баҫмаларыбыҙ, шул иҫәптән «Йәншишмә»беҙ ҙә, …

Continue reading ‘«Йәншишмә»һеҙ ҡала күрмәйек!’ »

Аҙна һайын – отош

Тағы ла бер уйын үтте. Йәрәбә буйынса 4 стакан менән графин Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан йәш хәбәрсебеҙ – Айгөл Сөләймәноваға, салат һауыттары Баймаҡ районы Күсей ауылынан Нәркәс Үтәғоловаға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Акциябыҙ дауам итә. Был юлы гәзит сығарышырға баш ҡаланың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы уҡыусылары килде. Алтынсынан Әҙилә Шаһыбалова, һигеҙенсенән Әлиә Йәнбирҙина, Илназ Ишбирҙин, Зилиә Исҡужина, Раушания Мусиналар баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы Хоҙайбирҙина менән «Йәншишмә»нең икенсе битен эшләп ҡараны. Редакцияға килеүсе балалар үҙҙәрендә лә «Ҡурай» гәзитен сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша икән. Беҙҙә …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »

«Кванториум»дар асыла

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашырған «Балаларға уңайлы өҫтәмә белем биреү» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә илдең төрлө төбәктәрендә «Кванториум» балалар технопарктары сафҡа инә. Әлеге мәлдә ошондай 24 майҙансыҡ уңышлы эшләп килә. 2018 йыл аҙағынаса Рәсәйҙә уларҙың һаны 36-ға етәсәк.

Һаман да мәрәй юғалтабыҙ

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда өс уйын үткәрҙе. Өсөһөндә лә еңербеҙ кеүек ине. Килеп сыҡманы шул… «Автомобилист»ты (Екатеринбург) – 5:3, «Лада»ны (Тольятти) 4:1 иҫәбенә оттоҡ. Ә бына Силәбенең «Трактор»ы­нан буллит буйынса еңелдек – 3:4. Әлеге лә баяғы командала тәртип юҡ. Силәбеләр юлаевсыларҙың штраф ваҡыты алып, аҙсылыҡта ҡалыуынан оҫта файҙаланды. Өс гол үткәрҙек. Кисә беҙҙең хоккейсылар «Металлург» …

Continue reading ‘Һаман да мәрәй юғалтабыҙ’ »

Ҡыҙҙар ҡыуанысы

Ура-а! Еңеү! Гөлфиә менән Регинаның шатлығы эсенә һыймай. Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып яна. Күпме көткәйнеләр. Атай-әсәйҙәре лә уларға ышанып, призлы урын алһағыҙ, беҙҙең юбилейға ҙур бүләк тә булыр, тигәйне. Гөлфиә лә, еңһәм генә ярар ине, тип нисәмә тапҡыр эстән генә ҡабатлап йөрөнө. Ҡыҙҙар ныҡ итеп тырышты. Йәй көндәрен дә бушҡа үткәрмәнеләр. Ауыл клубында булһа ла теннис …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар ҡыуанысы’ »

Ғәзиз олатайға хат

Һаумы, Ғәзиз олатай! Туған халҡыңа яҙған онотолмаҫ, моңло, күңелгә үтеп инерлек көйҙәрең өсөн һинең алдыңда баш эйәм, һоҡланам, ихлас кеше икәнеңде йырҙарыңдан тоям. Әлеге ваҡытта баш ҡалала бөйөк исемеңде йөрөткән интернат-гимназияла уҡыйым, музыка серҙәренә төшөнәм, күп композиторҙарҙың ижадын өйрәнәм. Мин дә һинең кеүек йырларға яратам.

Эй, кешеләр, уянайыҡ!

Был донъяла һәр кемдең үҙ тыуған төйәге бар. Ул әсәйҙәй яҡын һәм ғәзиз! Хәйбулланың иге-сиге булмаған ҡылғанлы далалар иркенлегендә уйнап үҫкән ҡыҙ мин. Ошо киң ялан-ҡырҙар данлыҡлы шағир Ҡәҙим Аралбаевҡа илһам биргән, уны бөйөк иткән булһа, Ишморат ағай Илбәковта ҡурайға һөйөү уятып, уны ғүмерлеккә ҡурай менән бәйләгән. Башҡорт­остандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, күренекле яҙыусы Ғәзим …

Continue reading ‘Эй, кешеләр, уянайыҡ!’ »

Мостай йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыу айҡанлы баш ҡалабыҙҙа күп кенә саралар ойошторолдо. Шуларҙың береһе уның исемен йөрөткән самолётты ҡаршы алыу булды. Мәскәүҙәге Шереметьево аэропортынан тәүге рейсын яһаны ул. Ғөмүмән, бөйөк башҡорт шағирының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп нәмә эшләнә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер урамға уның исемен ҡуштылар. Ҡабар­ҙы-Балҡар Республикаһында, Ҡырғыҙстанда тау түбәләрен уның …

Continue reading ‘Мостай йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә’ »