Яҙыл да бүләк от!

2018 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды ла. «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафоны бөтә республика буйынса уҙасаҡ. Ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙ теләгән баҫмаға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.

Асыҡ дәрестә – Рөстәм Хәмитов

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Белем көнөнә арналған тантанала булып, баш ҡаланың 16-сы гимназияһы уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы. Был белем усағының педагогик коллективы көслө булыуын, йыл һайын республика, ил мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүсе һәләтле уҡыусылар сығарыуын да билдәләне. Хәҙерҙән үк оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнеүсе ун беренселәр хаҡында ла борсолоп, сығарылыш синыф …

Continue reading ‘Асыҡ дәрестә – Рөстәм Хәмитов’ »

Ҡыйыу ҡыҙ Мораҡта йәшәй

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә янғын ут менән шаярыу­ҙан килеп сыға. 3 һәм 4 йәшлек ике малай ҡайҙандыр шырпы табып, верандала уйнай. Атай-әсәйҙәре – эштә, ә ҡалған балалар был ваҡытта йорт эсендә телевизор ҡарай. Туғандары ла ҡунаҡҡа килгән була. Өй яна башлағас ҡына утты күреп ҡалалар. 11 йәшлек Алина күп уйлап тормайынса …

Continue reading ‘Ҡыйыу ҡыҙ Мораҡта йәшәй’ »

Яңы һынауҙар көтә

Ваҡытты юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән сағыштырмайҙар. Әле генә атай-әсәйемдең ҡанаты аҫтынан айырылып, баш ҡалабыҙға гимназияға килгән инем, ә бөгөн ун беренсе синыфҡа ла аяҡ баҫтым.

Белем көнө менән!

Белеме бар меңде йығыр, Елгә үтмәһен ғүмер. Лайыҡ булып өлкәндәргә, Егәрле һәм эшсәндәргә, Мәңге йәш булһын күңел. Көслө була белемлеләр, Өйрәнеү һәр саҡ кәрәк. Намыҫ менән уҡығандар Өй-йортҡа булған терәк. Мәктәп һеҙҙе көтөп тора, Ергә көҙ килһә балҡып. Наҙлы ҡояш нурҙарылай, Әйҙәр белем үрҙәренә Намыҫ, батырлыҡ хаҡы. Зөһрә КАШАПОВА, уҡытыусы. Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Иң-иңдәр араһында

Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә Башҡортос­тандан өс белем усағы ингән: Өфөләге 153-сө лицей һәм 93-сө гимназия, шулай уҡ Нефтекаманың 1-се лицейы. Рейтингты төҙөүселәр илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына инеүсе белем усаҡтары һанын иҫәпләгән. RAEX агентлығы исемлегенең яртыһын тиерлек Мәскәү мәктәптәре алып тора. 7 процентын – Краснодар, 6 процентын Свердлов өлкәһе учреждениелары биләй.

Сәйәхәткә бай йәйем

Йәйге каникул һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Минеке лә күңелле башланып китте. Июнь айының ҡояшлы бер көнөндә синыфыбыҙ менән Өфөләге «Fly Park» мауыҡтыр­ғыс спорт үҙәгенә барҙыҡ. Беҙгә бында ныҡ оҡшаны, ваҡытты бик күңелле үткәр­ҙек. Оҫта тренерҙарҙан күп нәмәләргә өйрәндек, ыңғай тәьҫораттар ғына алып, тағы ла унда барыу теләге менән ҡайттыҡ. Ә һуңынан «Тылсымлы донъя» …

Continue reading ‘Сәйәхәткә бай йәйем’ »

Тәбиғәт ҡосағында

Ҡояш ҡыҙҙыра, һауа торошо шәп. Иртән иртүк өсәүләп – мин, әсәйем, атайым тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнергә булдыҡ. Ҡайынтауға барып етер-етмәҫ уның буйлап сылтырап ҡына ағып ятҡан шишмә тауышын ишеттек. Яҡынлашҡан һайын моңло көйө көсәйә төштө. Әйткәндәй, был һыу сығанағы бөтә Рәсәй буйлап иғлан ителгән «Таҙа шишмә» акцияһы үткәреләсәк исемлеккә индерелде. Ошо уңайҙан төҙөкләндереү эштәре алып …

Continue reading ‘Тәбиғәт ҡосағында’ »

Әбештә үткән көнөм

Берҙән-бер көндө ғаиләбеҙ менән Әбешкә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ауылда рәхәт. Туйғансы йоҡлай алаһың. Иртән торғас, рәхәтләнеп ялан аяҡ ысыҡ кисеү оҡшап ҡалды әле. Ә бер көндө күмәкләшеп еләккә киттек. Емештең күплеге! Беҙ туйғансы һыйландыҡ, атай мәтрүшкә йыйҙы. Иртәгеһенә Парапалға ҡайын еләгенә барҙыҡ. Тәбиғәттең матурлығы иҫ китмәле! Күп итеп еләк йый­ҙыҡ. Көн һайын урманға йөрөнөк, ҡышҡылыҡҡа запас …

Continue reading ‘Әбештә үткән көнөм’ »

Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан

Уҡыуҙар тамамланғас, һағынып тыуған ауылыма ҡайттым. Өс көн һиҙҙермәй генә үтеп китте. Дүртенсеһендә кискә табан күршебеҙ инде лә беҙгә иртәгә ауыл көтөүен көтөргә сират етеүен әйтте. Атайым шунда уҡ сыбыртҡыһын, кәрәк-яраҡтарын әҙерләп ҡуйҙы. Йоҡонан һуң уяндым. Мин торғанда атайым күптән көтөүгә киткән ине инде. Әсәйем өй эштәре менән булышып йөрөй. Шул саҡ ҡапыл телефон шылтыраны. …

Continue reading ‘Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан’ »