Әйшә менән Сәйет уҡырға бара

Мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫыу – ғүмер миҙгеленең иң сағыу, иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе. Тулҡынланып көтөп алынған көн күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡала. Матур уҡыу формалары кейеп, аллы-гөллө гөлләмәләр тотоп уҡырға юлланыусы беренселәрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ, ҡыуаныс хистәре балҡый. Уларҙы өр-яңы мөхит ҡаршылай, синыфташтар менән танышыу, тәүге уҡытыусы менән осрашыу, әкиәт иленә килеп ингәндәй, ылыҡтыра. Кескәйҙәр белем …

Continue reading ‘Әйшә менән Сәйет уҡырға бара’ »

Уҡыусылар һаны 13,5 меңгә артҡан!

1 сентябрь етте, яңы уҡыу йылында Башҡортостанда 485 мең бала мәктәпкә барасаҡ. Былтырғы менән сағыштырғанда, 13,5 меңгә күберәк икән! Беренсе си­ныфҡа барыусылар һаны – 52 мең.

Сентябрь

1 – Белем көнө. – Ҡорбан ғәйете. 2 – Рәсәй гвардияһы көнө. 3 – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. 8 – Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө. – Финансистар көнө. – Ленинградты һаҡлаусылар­ҙы иҫкә алыу көнө. – Халыҡ-ара уҡый-яҙа белеүҙе таратыу көнө. 9 – Бөтә донъя матурлыҡ көнө. 10 – Танкистар көнө. 12 – Программистар көнө. …

Continue reading ‘Сентябрь’ »

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле балалар, атай-әсәй­ҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип ит­һен. Һәр ғаиләгә татыулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, күңелдәребеҙҙең сафлығын, рух ныҡлығы һәм таҙалығы бирһен!

Ростовта – яңы фән

Беләһегеҙме әле, Ростов өлкәһендә уҡыусылар 1 сентябрҙән «Сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәре» фәнен уҡый башлаясаҡ. Быға Туҡланыу институты ла йәлеп ителәсәк. Сәләмәтлекте ҡайғыртырға, нисек оҙон ғүмерле булырға, әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға беренсе синыфтан өйрәтә башларға ниәтләйҙәр инде.

Ейәнсәрем «Орлёнок»та булды

Ейәнсәрем Нәркәс Миһранова «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеп ҡайтты. – Беҙ Башҡортостандан 10 кеше бар­ҙыҡ. Беренсе тапҡыр самолётта остом. Әллә ни ҡурҡыныс та түгел. Лагерыбыҙ Туапсе ҡалаһына яҡын ғына, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡайны. Урыны ла бик матур. Күбебеҙ «Алға ынтылыусылар» от­рядына эләктек. Дүрт ҡатлы бинала йә­шәнек. Барлығы 24 уҡыу­сы булдыҡ. Вожатыйҙарыбыҙ Инна менән …

Continue reading ‘Ейәнсәрем «Орлёнок»та булды’ »

Һәләтле балалар – беҙҙең оло байлыҡ

Саҡмағоштағы гимназия районыбыҙҙа хәҙерге заман технологиялары менән иң ныҡ йыһазландырылған белем усағы һанала. Үҙебеҙҙең мәғлүмәти-цифрлы комплексыбыҙ бар. Ул ике компьютер бүлмәһен, виртуаль һәм цифрлы лабораторияларҙы, цифрлы микроскопты, «Вотум» тест үткәреү системаһын, робот техникаһы студияһын үҙ эсенә алған. Ә мәғлүмәти стенд мәктәп тормошона ҡағылышлы яңылыҡтар менән танышырға ярҙам итә. Бөтә уҡыу бүлмәләре мультимедия ҡоролмалары менән йыһазландырылған, …

Continue reading ‘Һәләтле балалар – беҙҙең оло байлыҡ’ »

Үҙебеҙҙәге матурлыҡҡа ни етә?!

Яңыраҡ «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсында ҡатнашыусылар республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе – Мораҙым тарлауығында булып ҡайтты. Әйткәндәй, бындай сара беренсегә генә үтмәй һәм унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ә конкурсты Урыҫ географик йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлеге ойоштора. Маҡсаты – Башҡорт­остан хал­ҡының иғтибарын айырыуса һаҡланған объекттарға йүнәлтеү.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

Ҡоштар – Ер йөҙөндәге иң изге йән эйәләре. Уларҙан күпме файҙа күрәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштар: тумырт­ҡа, сыйырсыҡ, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡорот­ҡостарҙан зарар күрмәҫ ине.