Иң-иңдәр кем?

Оҙаҡ һымаҡ тойолған йәйге каникул да тиҙ генә үтте лә китте. Хәҙер инде яңы уҡыу йылының да тәүге айы тамамланыуға табан бара. Уҡыу­сылар гәзитебеҙ ойошторған «МИНЕҢ ӨС АЙЫМ» конкурсының һөҙөмтәләрен көтә башлағандыр инде. Хәбәр итеүебеҙсә, конкурс талаптарына яуап биргән 31 авгусҡа тиклем килгән хаттар барыһы ла «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрергә тейеш ине. Әйткән вәғәҙәбеҙгә тоғро …

Continue reading ‘Иң-иңдәр кем?’ »

Донъя кубогы Өфөгә килде!

Салауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя беренселеге кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Футбол буйынса донъя беренселегенең төп трофейы – кубогы илебеҙ ҡалалары буйлап гиҙеүен дауам итә. Өфө – эстафетаны алған дүртенсе ҡала. Быға тиклем уны Красноярск, Омск һәм Силәбе ҡалалары ҡабул итеп алды һәм күршеләренә оҙатты. …

Continue reading ‘Донъя кубогы Өфөгә килде!’ »

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был һанды сығарышырға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Ильясова етәкселегендә Өфөләге 48-се башҡорт лицейы уҡыу­сылары – Арина Сәхибгәрәева, Эльвина Азаматова, Гөлназ Нафиҡова, Дилара Хәйруллиналар килде. Улар гәзитебеҙҙең икенсе битен үҙҙәре күрергә теләгәнсә «һә» тигәнсе эшләп тә ҡуйҙы.

Китап уҡырға яратам

Йәмле йәй миҙгелен аш­ҡынып, һағынып көтөп алам. Өс ай эсендә әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрай­һың, иҫтәлекле, бәхетле минуттар кисерәһең. Тик йәй көнө генә ҡояш үҙенең йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Рәхәтләнеп һыу инеүҙәр, емеш-­еләк йыйыуҙар, тирләп-бешеп бесән эшләүҙәр, ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандар менән осрашыуҙар, күңелле һабантуйҙар, туйғансы йоҡ­лау­ҙар – былар барыһы ла йәйгеһен генә була торған иҫтәлекле …

Continue reading ‘Китап уҡырға яратам’ »

Артём енәйәтсене фаш иткән

Хәҙерге заман технологияларын оҫта ҡулланып, мутлыҡ эшләүселәр күбәйҙе. Быны эске эштәр министрлығы биргән мәғлүмәттәрҙән көн һайын белеп торабыҙ. Бигерәк тә интернет ярҙамында аламалыҡ ҡылыусылар ныҡ артты. Икенсе исем, фотоһүрәт ҡуйып, халыҡты алдау хәҙер бер ни тормай. Бындай саҡта полиция хеҙмәткәрҙәренә уҡыусыларҙың да ярҙам итеүе ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбендә белем алыусы Артём …

Continue reading ‘Артём енәйәтсене фаш иткән’ »

Башҡорт теле уҡытыусылары йыйыны

Республикабыҙҙа берҙәм методика көнө үткәрелде. Уның сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса «Түңәрәк өҫтәл»дәр уҙғарылды, асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Беҙҙең район уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы. Дүртөйлөләге 2-се лицейҙа Гөлфиҙә Рәмил ҡыҙы Ноғоманова семинар ойошторҙо. Ул сығышында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы алымдар хаҡында һөйләне. Шул уҡ белем усағы­ның уҡытыусыһы Мәрзиә Хөснулла ҡыҙы Савченко «Кроссенс» интерактив …

Continue reading ‘Башҡорт теле уҡытыусылары йыйыны’ »

Алтын көҙ ҙә етте

Һары ҡанаттарын йәйеп, тағы көҙ килде. Ул нисәнсеһелер инде, тик уҙғандарынан бер яғы менән дә айырылмай кеүек. Әүәлгесә көндәр йылы, ҡоро тора, бульвар, аллеяларға һары, ҡыҙғылт япраҡтар тын ғына ҡойола. Ҡала өҫтөнән ҡыр ҡаҙҙары ла осоп үтте. Улар болон, урмандар шауын, тауҙар йәшеллеген үҙҙәре менән йылы яҡтарға, диңгеҙ буйҙарына алып китте.

Тәүге үҫмерҙәр автомәктәбе

Баш ҡаланың 155-се лицейында республикала тәүге үҫмерҙәр автомәктәбе асылды. Ҡайһылай улар бәхетле, тип күптәрегеҙҙең күҙе ҡыҙып ҡуйғандыр, эйеме? Бында беренсе синыфтан уҡ уҡыусылар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре дәресе үтәсәк. Автомобиль аптечкаһында нимә ятҡанын, бустер нимә икәнлеген, юл-транспорт ваҡиғаһына тарығанда тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә лә өйрәнәсәктәр.

Тәүҙә эш – шунан аш!

Эй, замана… Яңыраҡ ҡына ун ике йәшлек малайҙың әсәһе менән һөйләшергә тура килде. «Бөтөнләй хәтере юҡ баламдың. «Ярай, ярай», – тиһә лә, әйтелгәнде онота ла ҡуя. Өйҙә үҙенә йөкмәтелгәндәрҙе еренә еткереп башҡармай. Эштән ҡайтһам, йә йоҡлап ята, йә телефонына текәлеп, йә планшет ҡосаҡлап ултыра. Урыны йыйылмаған, әйтелгәндәр үтәлмәгән», – тип зарланды әсә кеше.

Ирекмәндәр өлгө күрһәтә

2005 йылда уҡ беҙҙең мәктәптә ирекмәндәр хәрәкәте башланғайны. Бына 10 йылдан ашыу улар сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау менән бергә, мәктәптә толерантлыҡ һәм шәф­ҡәтлелек буйынса ла эште алып бара. «Изге тылсымсы» ойошмаһы кешеләргә шатлыҡ һәм изгелек бүләк итергә теләүселәрҙе берләштерә. Үҫмерҙәр өсөн ирекмәндәр хәрәкәте – үҙ-үҙеңде табыу мөмкинлеге, эскерһеҙ ярҙам, яҡшылыҡ эшләргә өйрәнеү ул. Ә быға …

Continue reading ‘Ирекмәндәр өлгө күрһәтә’ »