2 миллион һум грант алған

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурста барлығы 89 белем биреү учреждениеһы ҡатнашҡан. Унда еңеп, 2 миллион һум грантҡа лайыҡ булыусылар араһында баш ҡаланың 212-се балалар баҡсаһы ла бар. Әйткәндәй, уның нигеҙендә мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһына йөрөй алмаған балаларҙың атай-әсәйҙәре өсөн консультация-диагностика үҙәге асыл­ған. Бында бушлай консультация һәм психологик ярҙам да алыр­ға мөмкин. Отҡан аҡса балалар баҡсаһының материал-техник, уҡыу-методик базаһын нығытыуға, белгестәрҙең белем кимәлен күтәреүгә китәсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code