Көләмәстәр

– Тәү ҡараштан ғашиҡ булыуҙан бына тигән дарыу бар!
– Ниндәй?
– Икенсе тапҡыр ҡарарға кәрәк.

***

– Берәйһенә ғашиҡ бул­һаң, ул да һине ярата башлай. Быны нимә тип атарға мөмкин?
– Хыялланыу инде.

***

– Һөйөклөм, һин мине яратаһыңмы?
– Эйе.
– Нисек?
– Үҙем дә аптырайым.

***

– «Ул мине ипләп кенә етәкләне. Ярата», – тип уйланы егет эстән генә. «Боҙлауыҡ», – тип уйланы ҡыҙ.

***

– Һин ниңә бер кемде лә яратмайһың ул?
– Минең былай ҙа проблемаларым етерлек!

***

– Бер саҡ һин, мине нығыраҡ яратаһыңмы әллә математиканымы, тип һорар­һың. Математиканы, тип яуап­лармын. Ә һин киреһен дәлилләү ысулын ҡулланғанымды ла белмәй китерһең…

***

– Ысын мөхәббәтте алдашыуҙан нисек айырырға?
– Алдаҡсы: «Һинең сәстәреңә ҡунған ҡар бөртөктәре миңә бик оҡшай», – ти. Ә ысынлап яратҡаны: «Ахмаҡ, ниңә башлыҡ кеймәнең?» – тип шелтәләйәсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code