Өсмөйөшлө һөйөү хаттары

Эйе, кемдер әйтер, ундай хаттар һуғыш осоронда ғына булған, тип. Яңылышаһығыҙ, ана шул өсмөйөшлө хаттар минең үҫмер саҡтарымдың иң татлы хистәре шаһиты ине. Инде хәҙер хәтерләргә генә ҡалды.
Үҙемдән бер синыфҡа өлкән көрәшсе егет һис уйламағанда устарыма өскөл ҡағыҙ киҫәге тоттороп китте. Әлбиттә, башҡалар күрмәгәндә генә. Тигеҙ, матур итеп яҙылған хаты, әйтерһең дә, ут осҡондары сәсә ине, устарымды, аҙаҡ бөтә тәнемде эҫелек солғап алды. Осрашманыҡ. Бары ошо яҙмалар менән күҙгә күренмәгән күңел ептәрен бәйләнек. Көҙгөһөн ике араны тоташтырған хат-сәләмдәр яҙғыһын өҙөлөп, осрашыу менән тамам булды. Усаҡ янында уйындар, кино, концерттарға бергәләп барыу­ҙар, өй янында йондоҙ күҙләүҙәр. Ерҙә атлап түгел, осоп ҡына йөрөгән саҡтар…

Тик был шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәрҙе көтмәгәндә ҡара болот ҡап­ланы. Кемдеңдер уҫал теле араларҙы өҙҙө. Мин бер ни аңламаным, тик мөнәсәбәттәрҙең һыуыныуын белгертеп, тағы ла остоҡ ҡына хат килде: «МИНЕҢ КҮҢЕЛ БАШҠАНЫ ҮҘ ИТТЕ…»
Ауыр булды тәүге хистәрҙең шулай ике йыл ярым эсендә өҙөлөүе. Иланым, түҙҙем, үс итеп, ғорур булып ҡалырға, бирешмәҫкә тырыштым. Йылдар үтте. Онотолдо, тиһәң, яҙыҡ булыр, иҫкә төшөп, һағындырып-һағындырып алды.
Мәктәп йылдары үтеп, оло тормош­ҡа ла аяҡ баҫтыҡ. Теге егеттең әле бер, әле икенсе менән йөрөүен ишетеп, күреп, бер заман тамам төңөлдөм. Үҙ милләтемдән булған ипле генә берәүҙе осраттым. Төҫкә-башҡа уға оҡшап та тора. Шуға кейәүгә сыҡтым. Тәүге хистәрҙәй ҡайнар булмаһа ла, араларҙа айырыла алмаҫлыҡ яҡынлыҡ бар ине инде. Матур йәшәп киттек. Балалар тыуҙы.
Бер көндө шулай ҡала үҙәгенә бар­ғанда кемдеңдер исемем менән өндәшеүенә аптырап боролдом. Ипләберәк ҡараһам, ул тора. Ҡулында – ҡултыҡ таяғы, һыңар аяғы бинт менән уралған. Бер ни булмағандай һөйләшеп киттек. Чечен яуы үтеп, әжәл менән күҙгә-күҙ осрашып ҡайтҡан яугир егет күҙҙәрендә түгелеп кенә торған һағыш сағыла ине.
Һағыш… «Ҡасандыр мине лә өткәйне бит», – тигән уйҙар үтте баштан. Ә ул ҡапыл аптыратып: «Мине үлемдән һинең яратыуың ҡот­ҡарҙы, аңһыҙ ятҡан саҡтарымда ла һының күҙ алдымдан китмәне, – тимәһенме. – Бәлки, рәнйешең төшөп, аяғымды снаряд ярсығы яралағандыр, тик һинең барлығың күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ине…»
Бер ни тип тә өндәшә алманым, былай ҙа саҡ торған күҙ йәштәрем атылып сығып, хушлашмай ҙа китеп барҙым. Аяғын һөйрәп китеп барған яугирҙы йәлләнем. Ә бит әрмелә сағында ул минең төшөмә ингәйне. Ҡап-ҡара кейемдә килеп хушлашҡайны.
Ошо кескәй генә осрашыуҙа үҙенең затлы нигеҙ ҡыҙҙарына өйләнергә теләп, минән киткәнлеген әйтте. Әйтте лә хайран итте.
Минең инде үҙемдән аша ҡарап тор­ған улдарым үҫкәндә ул һаман да өйләнмәгән ҡарт егет икән. Өйө юҡ, тиер инең, хөкүмәт биргән. Тик хыял иткән ҡыҙҙары өмөттәрен аҡламаған. Йә эскәндәр, йә алыҫ ерҙәрҙе үҙ итеп, сығып киткәндәр.
Бының менән мин нимә әйтергә теләйем? Болонда һанһыҙ сәскәләр өҫтөнән осҡан күбәләктәй, үҙегеҙгә тиңде үҙһенмәй, эҙләнеп, һаҙлыҡҡа батмағыҙ. Хистәр саф, эскерһеҙ булһын тиһәгеҙ, һәр үткенсе елгә баш биреп, яҙа юлға, той­ғоларға алданмағыҙ. Мөхәббәт кешеләрҙең дан, дәрәжәһе менән дә, байлыҡ, ниғмәте менән дә тиң тора алмай. Ул – тойғо, ул – хис!
Һандыҡ төбөмдә бала саҡтан уҡыған китап араһында өскөл хат остоғон таптым. Унда: «Мин һине ғүмер буйы көтөрмөн», – тигән юлдар төҫмөрләнде. Алдаҡмы был һүҙҙәр, ысынмы? Әммә мин кире боролмайым!

Мәрйәм апайығыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code