«Өс таған» фильмы төшөрөлә

Әминә Яҡупова.

«Ыҫмала төҫлө ҡара ҡуйы сәсле, ҡылыс танаулы сандыр малай Ғабдулла исемле. Уның сәсенә ҡулыңды тейҙерһәң, бармаҡтарың сатнап йәбешер һымаҡ. Йәмшек танаулы, табаҡ битле йыуаны – Вәзир, һыуыҡта ла, эҫелә лә уның ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора. Вәзирҙең күҙҙәрен сылт-сылт йома торған ғәҙәте бар. Бер саҡ яңы килгән уҡытыусы апай, үсекләшә тип уйлап, ошо ҡылығы өсөн уны кластан да ҡыуып сығарҙы. Үҙе шундай булһа ла, рогатканан һәләк мәргән ата ул. Өсөнсөһө – Бөркөтлөлә берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай Айҙар. Уның «Ҡыр кәзәһе» тигән ҡушаматы ла бар. Шәп йүгергән өсөн шулай тип йөрөтәләр. Дүртенсеһе саҡ ҡына ситтәрәк ултыра. Уның әле етеһе лә тулмаған. Сысҡан ҡойроғо кеүек кенә толомона матур ҡыҙыл таҫма ҡушып үргән. Исеме лә матур уның – Гөлнур. Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис кенә лә һүҙ тормай».

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесынан өҙөктө, уның геройҙарын танығанһығыҙ­ҙыр, шулай бит, дуҫтар? Был әҫәр бер тында йотлоғоп уҡыла, ә тиҙҙән фильмын да күрергә мөмкин буласаҡ. Әле «Башҡорт­остан» киностудияһы «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Аскарфильм» студияһы менән берлектә киноны төшөрөп бөтөп бара. Режиссёры – Айнур Асҡаров. Уны һеҙ бигерәк тә «Еңмеш», «Из Уфы с любовью» фильм­дары аша беләһегеҙҙер. Мауыҡтыр­ғыс повесть буйынса төшөрөлгән кино сюжетына сцена­ристар Дамир Йосопов һәм Мәғәфүр Тимербулатов бер аҙ өҫтәмәләр ҙә индергән, тиҙәр. Ә мөхәррире – Айҙар Аҡманов. Фильм Баш­ҡортостандың 100 йыллығына һәм Мос­тай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып, Башҡорт­остандың Мәҙәниәт министрлығы тәҡдиме менән республика Башлығы грантына төшөрөлә.

Айҙар, Ғабдулла, Яҡуп, Вәзир.

Бөркөтлө ауылы урынына Ғафури районының иң төпкөл ауылдарының береһе Толпарҙы һайлағандар. Вәт, хәҙер даны тирә-яҡҡа тарала инде был матур тәбиғәтле ерҙәрҙең! Йөрәктау итәге һәм Ағиҙел буйында һыу һәм тау менән бәйле урындар төшөрөлгән. Мос­тай Кәрим әҫәрендә Бөркөтлө ауылы малайҙары Кирәмәт тауын һәм ундағы күлде ҡотҡарырға тырыша.
Фильмдың төп геройҙары балалар булыуы менән ҡыҙыҡлы. Йәш актёрҙар кас­тинг буйынса һайлап алынған. Төп талаптарҙың береһе – башҡортса матур итеп һөйләшеү. Ғабдулла, Айҙар, Яҡупты – Баймаҡтан Илдар Бик­ҡолов, Сибайҙан Рус­лан Ҡаҙаев, Ильяс Кин­йәбулатов, ә Вәзирҙе Өфө районының Чесноковка ауылынан Арыҫлан Ғәлиев уйнай. Гөлнур ролендә баш ҡала ҡыҙы – Әминә Яҡупова. Быйылғы йәйҙәре бик мауыҡтыр­ғыс, иҫтәлекле үтте инде улар­ҙың.
– Ролем ныҡ оҡшай, тәь­ҫораттар иҫ китмәле! – ти Ғабдулла-Илдар.
– Ә миңә киноға төшөү бик оҡшаны. Ауылдың тәбиғәте лә матур. Еҙем йылғаһы аға. Буш ваҡыттарымда Яҡупты башҡарған Ильяс менән уйнаныҡ, режиссёр Айнур ағайҙың ҡыҙына әкиәттәр уҡыным, бергә йәнһүрәт ҡараныҡ. Әҙерәк һағындырҙы инде, – ти Гөлнур – Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының IV синыфы уҡыу­сыһы Әминә.
– Толпарҙа бик матур кешеләр йәшәй. Ҙур матур-матур өйҙәр һалғандар, шул уҡ ваҡытта бала саҡтары үткән элекке йорттар­ҙы ла шул килеш һаҡлағандар. Эсендәге урындыҡтар, йорт йыһаздары ла үткән быуаттың 50-се йылдарын хәтерләтә, – тип өҫтәне ҡыҙҙың әсәһе.
Был тулы метражлы фильм экранға сыҡҡансы уның өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле. Премьера 2019 йылдың октябрендә, Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан ғына, күрһәтеләсәк. Их, көтә-көтә көтөк булып бөтөрбөҙ инде, эйе бит, дуҫтар?!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code