Өсөнсө тур

Бишенсе мәсьәлә.

Бишенсе мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс7, Фһ7, Сс3, Сһ1 (4 фигура), ҡаралар – Кре6, Кg8, пе7 (3 фигура).
Был ҡыҙыҡлы миниатюраның авторы – атаҡлы урыҫ шахмат композиторы Леонид Куббель (1909).
Сиселеш аҡ филдең алыҫ йөрөшө менән башлана. Ә мат ҡара атты фай­ҙаланып ҡуйыла. Бер генә вариантты күрһәтергә кәрәк.

Алтынсы мәсьәлә

Алтынсы мәсьәлә.

Аҡтар башлап, шулай уҡ өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd8, Фg4, Сb2 (3 фигура), ҡаралар – Кра5, пb5 (2 фигура).
Был мәсьәләне лә Леонид Куббель төҙөгән (1911). «Малютка» (5 фигуранан артыҡ булмаған позиция) тип атала ул.
Тәүге йөрөштө аҡтарҙың көслө фигураһы яһай. Цугцванг. Дүрт вариантты ла табығыҙ.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә» №8, 23 февраль, 2018 йыл.)

Өсөнсө мәсьәлә

1. Ла8 – а6! Цугцванг;
1. … Крf4 – е5
2. Сb6 – с7х;
1. … Крf4 – g5
2. Сb6 – е3х.

Дүртенсе мәсьәлә

1. Фа3 – а4! Цугцванг;
1. … b3:а2
2. Фа4 – d1х;
1. … Крb1 – с2
2. Фа4 – е4х. Ике дөрөҫ мат.
1. … Крb1 – а1
2. Ка2 – с3х.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуап­ты Айшат АҪЫЛБАЕВ, Нәфис БИКБУЛАТОВ, Элина ЙЫЛҠЫБАЕВА, Тимур МАННАТОВ, Наҙгөл СӘҒИТОВА, Илгизәр ЙӘНСУРИН, Ғәлим ҠЫЛЫСБАЕВ, Әмир НИҒМӘТУЛЛИН (Абҙан, Ейәнсура), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы, депутат Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code