Өмөт

Һуғыш тураһындағы мәхшәрҙе әле дәреслектәрҙән генә уҡып беләбеҙ. Ә бит беҙҙең дә ҡарт ҡартатайҙарыбыҙ унда ҡатнашҡан һәм күптәре Тыуған илен дошман ҡулына бирмәҫ өсөн ҡыйыу һуғышып, яу яланында ятып ҡалған.
Бөйөк Ватан һуғышына киткән ҡартатаһы тураһында миңә әсәйем һөйләне. Уға был иҫтәлекте үҙенең ҡартәсәһе ҡалдырған.

Минең ҡарт ҡартатайым Юныс Зариф улы Исламғолов 1910 йылда Матрай районы (хәҙерге Йылайыр районы) Иҫке Яҡуп ауылында тыу­ған. Уға, 1917 йылда булып үткән революция, аҙаҡ 1921 йылғы аслыҡтың ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған кешегә, белем алыу бәхете теймәй.
Бала саҡта ҡартатайым йырларға яратҡан. Ололарҙан тиҙ генә халыҡ йырҙарын отоп алыр бул­ған. Ураҡ урғанда ла, бесән сап­ҡанда ла, төрлө йыйылыштарҙа ла моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, ауыл хал­ҡын таң ҡалдырған. Йыраусы Юныс тигән ҡушамат та тағып ҡуялар үҙенә. Һуғыш­ҡа тиклем урман ҡыр­ҡыу­сы, көтөүсе булып эшләй, шулай ғаиләһен аҫрай. Ҡатыны Сәрхәпъ­ямал менән дүрт балаға ғүмер бирә­ләр.
Моңло кеше бәхетһеҙ була, тигәндәй, ул 1941 йылдың июль айында, һуғыштың тәүге көндәрендә үк, хәрби хеҙмәткә алына. Район үҙәге һаналған Юлдыбай ауылынан йөҙҙән ашыу ир-егетте Һары тимер юл станцияһына оҙаталар. Улар араһында минең Юныс ҡартатайым да була. Хәреф танымағас, яҙа ла белмәгәс, фронттан хат ебәрә алмай. Сәрхәпъямал ҡартәсәйем әйтеүенсә, ул ваҡытта «ҡара ҡа­ғыҙ»ҙан башҡа Иҫке Яҡуп ауылына бөтөнләй хаттар килмәгән.
Ҡартатайым 1943 йылда Белоруссияны фашистарҙан азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Һуғыш тамамланғас, ҡартәсәйемә Күгәрсен районынан ҡартатайым менән фронтта, һуғыш яландарын бергә үткән Вәлиулла исемле олатайҙан хәбәр килеп төшә. Күмер менән иҫке гәзиттең ситенә генә яҙылған хатта шундай юлдар була: «Юнысты бер тау итәгенә генә күмеп киттем, килегеҙ, бөтәһен дә һөйләп бирермен». Ләкин ул заманда Күгәрсен районына барып ҡайтыу өсөн хәҙерге ваҡыттағы кеүек юл булмай шул.
Бик теләһә лә, ҡартәсәйем Вәлиулла олатай менән осраша алмай. Юныс ҡартатайымдың балалары үҫеп еткәс, уны эҙләп бара, әммә юлдары уңмай. Ветеран һуғыш ҡалдырған ҡаты яраларҙан мандый алмай, яҡты донъя менән хушлаш­ҡан була.
Ҡартәсәйем ғүмер буйы ҡарт­атайымдың һуғыштан ҡайтырын көткән. «Өйгә килеп инһә, мине таныр ине микән?» – тип өмөтөн бер ҙә һүндермәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайыма ҡарата ҡайнар мө­хәббәтен юғалтмаған һәм яҡты өмөт менән йәшәгән ҡартәсәйем дә 1996 йылда, 81 йәшендә, вафат булып ҡала.
Мин уларҙың бер-береһенә бул­ған ихтирамын, тоғролоғон үҙемә үрнәк, тәрбиә өлгөһө итеп ҡуям.
Донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ­ҙең аяҙ булыуын теләйем.

Зөлхизә ШӘЙӘХМӘТОВА, VI «Г» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code