Өмөтөмдән юғалма

Артыҡ ҙурҙы көтмәй сабыр күңел,
Бар булғаның өсөн ҡыуанам.
Төштәремде сәскәләргә һөйләп,
Хистәремде йырға һалып көйләп,
Онотолоп китеп йыуанам.

Яңы асам төҫлө был донъяның
Ғазаптарын, йәмен, рәхәтен.
Һине тап килтергән заманыма,
Ғүмеремдең гүзәл ваҡытына,
Яҙмышыма мең-мең рәхмәтем.

Әллә ниҙәр талап итмәйем дә,
Шик һәм юрауҙарға юл һалма.
Бәлки, тағы бер күрермен, тигән
Килер көндәремә нурҙар өргән
Өмөтөмдән генә юғалма.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code