Өйрәнгәнең үҙең өсөн

Селтәр эшләгән ваҡытта.

Сибай интернат-гимназияһында 14 синыф, VII – IX синыфтарҙа малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡый. Беҙҙең VIII «Б»ла 22 ҡыҙ, бөтәһе лә матур, уңған, эштәрен еренә еткереп эшләйҙәр, конкурс һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Тәрбиәсебеҙ Зәлиә Вәкил ҡыҙы Вәлиева тәртипкә, әҙәпкә өйрәтә, төрлө фәһемле саралар, осрашыуҙар үткәрә.

– Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт, тиҙәр, йөҙөгөҙҙән, күңелегеҙҙән нур бөркөлөп торһон. Тырышып уҡыу­ҙан тыш, тәмле-тәмле аштар бешерергә, ҡул эштәренә өйрәнегеҙ. «Эшләгәнең илеңә яҡшы, өйрәнгәнең үҙеңә яҡшы», – тип беҙгә селтәр, хәситә эшләргә өйрәтергә Венера Әнүәр ҡыҙы Йәнбәкованы саҡырҙы. Ул – ҡалабыҙҙың ағинәйе, сигеү оҫтаһы. Үҙенең бар тырышлығын һалып, сигеү сер­ҙәренә төшөндөрә.
Был шөғөлгә тиҙ өйрәндек. Милли ҡомартҡыбыҙ булған биҙәүесте эшләп, Алла бирһә, матур итеп тағып йөрөргә хыялланабыҙ.

Лилиә ТЕЛӘҮҒОЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code