Өй эйәһе

Заставка 1,5Уның барлығына ышанаһығыҙмы? Ә мин ышанам. Йортобоҙҙоң хужаһы бит ул. Беҙҙе насарлыҡтан ҡурсалай, һаҡлай, ғаиләбеҙгә муллыҡ, һаулыҡ килтерә. Шуға уға ҡарата рәнйетеү һүҙҙәре әйтергә һис ярамай. Әгәр ҙә ул өйҙәгеләрҙе үҙ итһә, зыян килтермәй, ниндәйҙер хәл-ваҡиға булырын алдан иҫкәртә. Янғын кеүек ниндәйҙер бәлә килер алдынан шаулап өй эсендә йөрөй, уфтана, хатта илай икән. Ҡыуаныс алдынан шарҡылдап көлөүе лә бар.
Йортобоҙҙоң эйәһе хай­уандарҙы бик ярата. Ҡайһы саҡта улар менән шаярып та ала, имеш. Ә кемдәрҙе үҙ итмәйме? Ялҡауҙарҙы. Уларға шуҡлыҡтарын күрһәтеп тора. Күп осраҡта өй эйәһе ғаиләнең өлкән кешеһенә төш, ниндәй­ҙер билдә, ишара, туҡылдау аша мәғлүмәт еткерә. Һөйләүҙәренсә, бәләкәй балаға ниндәйҙер һүрәттә күренергә лә мөмкин. Уның менән уйнап, һорауҙар биреүе лә ихтимал. Дошмандары ла бар: ен-шайтандар.
Икенсе йортҡа күсер алдынан һуңғы төндө уның яңы урынға барыуын һорарға кәрәк. «Хужам, әйҙә, беҙҙең менән яңы өйгә!» – тип әйтегеҙ.
Элек мин өй эйәһенә әллә ни иғтибар итмәй торғайным, әле көндән-көн уның, ысынлап та, булғанын яҡшы тоям. Ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар ышандырыр­ға булышлыҡ итте.
…Будильникты 4 тула 15 минутҡа ҡуйғайным. Ул шылтырамаҫ элек ишек туҡылдатыуға уянып киттем. Барып асһам, бер кем дә юҡ. Ә сәғәт таңғы дүртенсе ярты ғына. Был йоҡлап ҡалып ҡуймаһын, тип өй эйәһе уятҡандыр, күрәһең, тип уйлап ҡуйҙым.
Икенсе осраҡ мине генә түгел, туғандарҙы ла аптыратты.
Ял көнө улым менән магазин­ға юлландыҡ. Унда барғас, шылтыратырға кәрәк булып китте. Икебеҙҙең дә телефонды һалып алған кеүек булғайным, улымдыҡы бар, минеке – юҡ. Төшөп ҡалғандыр, тип ҡотом осто. Үҙемдекенә шылтыратам, кемдер ала ла өндәшмәй тик тора. Күп маҙаһыҙлай башлағайным, бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. «Был абонент селтәрҙә барлыҡҡа килде», тигән SMS килгәс, тағы шылтыратам, йәнә һүндерә. Әллә күпме шулай дауам итте. Телефоным юғалыуына ҡайғырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Өйгә индек. Ҡараһам, телефоным диванда ята. Өйҙә бер кем юҡ. Миңә әллә күпме таныш шылтыратҡан. Уларҙың барыһы ла, ни эшләп алаһың да өндәшмәй тик тораһың ул, ти. Күп шылтыратып йонсотҡан­ға өй эйәһе алғандыр йә һүндереп ҡуйғандыр, тигән һығымтаға килдем.
Был хәлде күршегә һөйләгәс, ул да бүлмәләрендә өй эйәһенең булыуын әйтте. Шунан инде ышанмай ҡара.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code