Өфөнән Астанаға тиклем

Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән Илдар Ғәлиәкбәров апрель башында алыҫ юлға сыҡҡайны. Әле бына яңыраҡ иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ул үҙ коляска-велосипедында Өфөнән Астанаға тиклем 20 көн эсендә 1 мең 500 километр араны үтә. Юлда төрлө хәлдәргә тарыған: велосипеды ватылған, ярҙам кәрәк булған. Әммә яҡташыбыҙ юғалып ҡалмаған, ауырлыҡтарға бирешмәгән.

Маҡсатына ирешә сәйәхәтсе. Астанала Баш­ҡортостандағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сәләмен, ҡотлауҙарын Ҡаҙағстан фронтовиктарына еткерә.
Илдар Ғәлиәкбәров Өфөгә поезда ҡайта.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code