Өфөлә «Тоталь диктант» Баш почтала үтәсәк

Өфөлә 14 апрелдә Ленин урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан Почта бүлексәһенең клиенттар залы «Тоталь диктант» майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Сара шәмбе көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана, диктантты радио алып барыусыһы Анастасия Реут уҡый.

«Быйыл бөтә донъя буйынса акцияла ҡатнашыусылар тәүгә «Тоталь диктант»ты бер төрлө ручкалар менән яҙасаҡ. Рәсәй Почтаһы акцияның логистик партнеры булып сығыш яһай. Ул төбәккә логотип төшөрөлгән биш меңдән ашыу шариклы ручка килтергән. Уларҙан ике меңдән ашыуы Өфөгә тура килә», — тип һөйләнеләр Федераль Почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Бер йыл элек диктантты Өфөлә 1,5 самаһы кеше яҙҙы. Акцияла алдан теркәлеп, һәр кем ҡатнаша ала.

https://totaldict.ru/ufa/?city=56

Ольга Мортазина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code