Өфөлә – динозаврҙар

Ҡәҙерле дуҫтар, баш ҡала ҡунаҡтары, Өфөгә килһәгеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ла бармай ҡалмағыҙ. Унда күптән түгел динозаврҙар паркы асылды. Боронғо хай­уандар тәбиғи ҙурлыҡта килештереп эшләнгән, улар хәрәкәтләнә һәм тауыш сығара ала.

Махсус декорациялар һәм яҡтылыҡ эффекттары солғанышында үҙеңде әүәлге заманға барып юлыҡҡандай хис итәһең. Әйткәндәй, паркта Ерҙә миллиондарса йылдар элек йәшәгән динозаврҙарҙың 85 төрөнөң һыны урынлаштырылған. Улар араһында брахиозавр, теризинозавр, маменчизавр, карнотавр, трицератопс бар.
Күргәҙмәнең төп маҡсаты, әлбиттә, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе динозаврҙар менән таныштырыу, тарихты өйрәнеүҙә тулыраҡ мәғлүмәт биреү.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code